Мөғжизәгә килә ышанғы...19.12.2014
Мөғжизәгә килә ышанғы... Былтыр улым: “Әсәй, мин беләм, Ҡыш бабай юҡ. Бүләктәрҙе шыршы төбөнә атайым менән икегеҙ йәшергәнһегеҙ”, — тип әйтеп һалды. Баҙап ҡалдым. Инде күптән Ҡыш бабайға ышанмаһаҡ та, һаман да балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән ҡышҡы байрамды ниндәйҙер өмөттәр менән көтөп алабыҙ ҙа баһа. Тылсымға, мөғжизәгә ышанабыҙ. Ни эшләргә һуң был осраҡта? “Ҡыш бабай”лы, “Ҡарһылыу”лы ата-әсәйҙәргә бер нисә кәңәш.


“Ҡунаҡ” көткәндә

Ҡыш бабайҙы өйгә саҡырырға ҡарар итһәгеҙ, бүләкте, әлбиттә, ул үҙе тапшырһын. Иң бәләкәстәр мөғжизәгә һис шикһеҙ ышана, был осраҡта тылсымсы ролен атайҙар ҙа, олатайҙар ҙа башҡара ала. Ә бына өлкәнерәктәре менән ҡатмарлыраҡ. Улар өсөн барыһы ла “ысын” булырға тейеш, шуға ла “һыналған” Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеүе мотлаҡ. Унда ла шик тыуҙырырлыҡ әйберҙәренең юҡлығын ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ. Әгәр тылсымсы бабайҙың килеүе көтөлмәһә, бүләк серле рәүештә пәйҙә булырға тейеш. Шыршы аҫтына һалғанда, мәҫәлән, форточканы асып ҡуйырға мөмкин. Балаҫҡа, тәҙрә төбөнә бер аҙ ҡар һибеү ҙә отошло. Соланға, балконға, күтәрмәгә, берәй ҡумтаны онотоп “ҡалдырып китергә” лә була һ.б.

Балағыҙҙы алдамағыҙ

Бәләкәстәр үҫеп, Ҡыш бабайҙың ысын түгеллеген белгәс, йыш ҡына “Ул юҡ, ә һеҙ мине алдағанһығыҙ” кеүек үпкә һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Был осраҡта уға киреһен тылҡырға, йәғни уның барлығын иҫбатларға тырышмағыҙ. Психологтар фекеренсә, был осраҡта “Ҡасанға тиклем ышанһаң, ул шул тиклем йәшәйәсәк. Бына мин һаман да ышанам” тигәнерәк алым отошло. Ҡыш бабайҙың мәрхәмәтле эштәре, изгелектәре хаҡында һөйләгеҙ, уның яҡшылыҡтарҙы төндә, кешегә күренмәй генә башҡарыуы хаҡында әйтегеҙ, шәфҡәтлелеге өсөн уны бөтә донъяла беләләр, яраталар, тиегеҙ. Иң мөһиме — балағыҙ Ҡыш бабайҙы бөтөнләй инҡар итеп ҡуймаһын.

Һаумы, Ҡыш бабай!

Хат яҙғанда балаларға ярҙам ҡулы һуҙыу мотлаҡ. Был эш бәләкәстең психик һәм эмоциональ үҫешенә файҙалы. Тағы ла хат йөкмәткеһе баланың борсолоуын, аралашыу етмәүен, яңғыҙлыҡ тойоуын аңғартыуы бар. Ата-әсәләр бынан икеләтә файҙа ала: беренсенән, сабыйҙарының Яңы йылға бүләккә нимә теләгәнен белә, икенсенән, баланың аңында әкиәт тойғоһо тыуҙыра. Шулай ҙа хаттарҙың йөкмәткеһе күберәк нимәлер талап итеп, исемлеккә теҙелгән яҙмаларҙан ғибәрәт булмаһын ине. Ижади ҡарарға кәңәш итәбеҙ.

Хыялдар мәғәнәһеҙ түгел

Мөғжизәгә ышаныу һәләте – кеше психикаһының иң мөһим һаҡлаусы механизмдарының береһе, ул – көс биреү менән бер рәттән, күңел торошон һәм һаулыҡты һаҡларға ярҙам итеүсе сара ла. Кескәйҙәр мөғжизәгә тиҙ ышана һәм нисәлер йәшкә тиклем фантазия менән йәшәй. Ә хыялдар мәғәнәһеҙ булмай: улар баланың күңелен асырға, ижади һәләттәрен үҫтерергә, хис-тойғоларын күрһәтергә булышлыҡ итә. Шуға күрә был ышанысты иртә йәштә юҡҡа сығарыу хәүефле. Фантазияһы үҫешкән балалар асыҡ, аралашыусан, үҙ-үҙенә ышаныусан булып буй еткерә.


Вернуться назад