Шыршыны нисек һайларға?19.12.2014
Шыршыны нисек һайларға? Әле Яңы йыл байрамына шыршы ҡуйҙығыҙмы? Әгәр эйе икән, афарин, өлгөрмәһәгеҙ ҙә, әлегә ваҡытығыҙ бар. Тик бына ошондай һорауҙар тыуа: “тере” шыршы ултыртырғамы, әллә яһалмаһын һатып алырғамы? Нисек итеп дөрөҫ һайларға? Кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалып, үҙегеҙгә оҡшағанына өҫтөнлөк бирегеҙ.

Йәнең теләгәне бар

Яһалма шыршы һайлайһығыҙ икән, уның ыңғай яҡтары байтаҡ:
— Йыл һайын ысын шыршыға аҡса тәләфләгәнсе, бер тапҡыр яһалманы алырға ла һәр саҡ файҙаланырға мөмкин.
— Балалар өсөн хәүефһеҙерәк. Уның энәләре ысыны менән сағыштырғанда йомшағыраҡ була, сәнселеү, яраланыу ҡурҡынысы юҡ.
— Яһалма шыршы алыу — тәбиғәтте һаҡлауҙың бер юлы.
— Ул матурыраҡ, күпереп ултыра.
Яһалма шыршының йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Уларҙың төрө күп: шыршы, ҡарағай, пихта... Сәтләүектәр, ҡар бөртөктәре йәки уйын­сыҡтары менән бергә... Төҫ­тәренә, ҙурлыҡтарына ла ҡарайһың. Ҡупшыҡайҙар үҙҙәренең конструкцияһы менән дә айырыла. Ар­за­ныраҡтары конс­трук­тор­ға оҡшаған, уны айы­рым ботаҡ­тарҙан йыйырға кәрәк. Яңыраҡтары шар­нирлы конструкция нигеҙендә эш­ләнә, был осраҡта шыршы ҡулсатыр кеүек асыла.
Энәләр һәм башҡа материалдары ике төрлө була. Береһе — махсус матдә һеңдерелгән ҡағыҙ. Улар күпереп тора, тик оҙаҡ һаҡланмай: ни бары өс-дүрт йылға етә. Өҫтөнлөктө икенсе төрөнә — утҡа бирешмәүсән пластик һәм синтетик сүстәрҙән яһалғанына — бирергә кәрәк.
Оҡшаған шыршыны һайлағас, уның сифатын тикшереп ҡарағыҙ. Әгәр энәләре йомшаҡ икән, уны ыңғай яғына һыйпағыҙ; әгәр ҡаты булһа, энәләрен тартҡылап ҡарағыҙ. Сифатлы тауарҙың энәһе ҡойолмаҫҡа тейеш. Ботаҡтарын бөкләгеҙ, улар тиҙ генә үҙ торошона ҡайтырға тейеш.
Хәүефһеҙлек тураһында ла онотмағыҙ. Яҡшы шыршы янмай торған материалдан эшләнә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡағыҙ шыршы хәтәр шәп яна. Ундайын алһағыҙ, электр гирляндаларынан баш тартырға тура киләсәк. Һатыусынан сифат сертификатын һорарға онотмағыҙ. Сифатһыҙ тауарҙың майшәм йәки гирлянда йылыһында организм өсөн зыянлы химик матдәләр бүлеп сығарыуы ихтимал.
Шыршының ҙурлығын үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Улар 10 метрға тиклем бейеклектә була. Әлбиттә, өйҙә ҡуйыр өсөн 1-3 метрлығы етә. Унан тәбиғи ылыҫ еҫе сығып торһон өсөн, махсус эфир майҙары алығыҙ.
Хаҡына килгәндә, ул төрлө ҡатлам кешеләре өсөн иҫәпләнгән. Башта шыршыны етештергән илде асыҡларға кәрәк. Иң сифатлылары һәм ҡиммәттәре – Германия, Италия, Голландияла. Уртасалары Тайвань менән Таиландтан килә. Ә иң арзаны, аңлашыла, Ҡытайҙыҡы. Хаҡты билдәләүсе икенсе мәсьәлә — ағастың бейеклеге һәм уны эшләгәндә ниндәй материалдар ҡулланылыуы. Ботаҡлап йыйылғаны арзаныраҡ, ҡулсатыр кеүек асылғаны ҡиммәтерәк.

Алдан йүнләгеҙ

Әлбиттә, ысын ағастың ыңғай яҡтары күберәк. Ул — ысын ылыҫ еҫе, тәбиғи йөҙө, бала саҡтан килгән байрам кәйефе. Өйрәнгән кеше өсөн бер ниндәй яһалма ҡуп­шыҡайҙың кәрәге лә юҡ.
Ауылда йәшәгәндәргә рәхәт: шыршыны яҡын­дағы урмандан барып ҡырҡалар. Ә ҡала хал­ҡына уны һатып алырға кәрәк. Был осраҡта ла дөрөҫ һайлау мөһим. Шыршыны алдараҡ йүн­ләү мөһим, сөнки башта күркәм, ҡупшылары бу­ла, ә байрам яҡынлаш­ҡан һайын улар хөртәйә. Бик иртә алһағыҙ ҙа ҡайғырмағыҙ, уны, мәҫә­лән, балконда һаҡларға була.
Ниндәй шыршы һай­лауығыҙға ҡарамаҫ­тан, ул барыбер Яңы йыл байрамы осоронда өйгә йәм, күңелгә йы­лылыҡ һәм байрам кә­йефе биреп ултырасаҡ. Айырыуса бәләкәй балалы йортто шыршыһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Шуға күрә ваҡытты артабан һуҙмай ғына шыршы алып ҡуйығыҙ.


Вернуться назад