Сик һаҡсылары бөгөн дә сафта19.12.2014
Районда запастағы сик һаҡлаусыларҙың коммерцияға ҡарамаған төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторолдо. Уның ағзалары И. Ғизетдинов, З.Ғәбиҙуллин, В. Черный, В. Мәхмүтов һәм башҡаларға ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ, күп көс һалырға тура килде.

Был шәхестәрҙең һәр ҡайһыһы ҡасандыр ил сиген һаҡлаған, хәүефле һуҡмаҡтарҙы тапаған. Мәҫәлән, ойошма рәйестәштәренең береһе, запастағы сержант, республика Урман хужалығы министрлығының төп белгес-эксперты Илгиз Йәғәфәр улы Ғизетдинов 1980 – 1982 йылдарҙа “ҡыҙыу” Афғанстан күгендә, сик буйы авиацияһы вертолетында, 750 сәғәттән ашыу осош яһаған. Ул борт механигы, һауа уҡсыһы-радист вазифаһында хеҙмәт иткән.
Уставта яҙылғанса, йәмәғәт ойошмаһы йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙе үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Хәҙерге шарттарҙа, Рәсәй сиге эргәһендә НАТО базалары артҡан, илебеҙгә ҡаршы мәкерле эштәр башҡарылған осорҙа, мохтажлыҡ кисергән ветерандарға ла, һәләк булған пограничниктар ғаиләләренә лә мөмкин тиклем ярҙам итергә кәрәк.
Сик һаҡсыларының башланғысы менән быйыл яҙ 2-се Алкин ауылында ил сиген һаҡлаған яугирҙәргә һәйкәл ҡуйылды. Көҙ егеттәр уның янына шыршы һәм тирәк ағастары ултыртты. 28 майҙа, Ил сиген һаҡлаусылар көнөндә, 1995 йылдың июнендә Дағстандағы Зиберхали заставаһын чечен боевиктарынан һаҡлап һәләк булған Шишмә егете Ильяс Әсәҙуллиндың ҡәбере төҙөклән­дерелде. Әйткәндәй, был застава хәҙер һәләк булған­дан һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булған яҡ­ташы­быҙҙың исемен йөрөтә.
Ойошма етәкселәре яҡын киләсәктә Шишмәлә сик һаҡсыларының Дан музейын асырға, Дағстандағы застава менән бәйләнеште нығытырға ниәтләй. Районда егеттәрҙе тап ошо заставала хеҙмәт итеүгә һайлап алыу йәһәтенән дә эш башлау күҙаллана.

М. АНДРЕЕВ,
отставкалағы полковник.




Вернуться назад