Социаль түләү алырға ашыҡ!17.12.2014
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ошо йылдың уртаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә өр-яңы тарифтар билдәләгәйне.

Республика халҡына финанс баҫымды кәметеү һәм сығымдың бер өлөшөн төбәк ҡаҙнаһынан ҡаплау маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте адреслы социаль түләү кеүек махсус ярҙам сараһын ғәмәлгә индерҙе. Был компенсация түләүҙәре 12 проценттан артҡан кешеләргә тәғәйенләнә.
Адреслы социаль түләүҙе алыу өсөн 31 декабргә тиклем идарасы компанияға, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән күп функциялы үҙәккә йәки Халыҡҡа социаль ярҙамдың республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аҡсаны алыу өсөн мотлаҡ шарт – әлегә тиклем күрһәтелгән хеҙмәт өсөн бурыс булмаҫҡа тейеш.




Вернуться назад