Һалым ҡайтармаһы арта03.02.2012
Йыл башынан финанс мәсьәләләренә ҡағылған байтаҡ яңылыҡтар менән таныштыҡ. Һалым өлкәһендә лә үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, илдә ғинуарҙан балалар өсөн һалым ҡайтармаһы күләме арттырылған. Хәҙер ул 1400 һум тәшкил итә, быға саҡлы 1000 һум ине. Һүҙ бында беренсе һәм икенсе бала өсөн эш хаҡының һалым һалынмаған өлөшө хаҡында бара.
Айлыҡ стандарт һалым ҡайтармаһы өсөнсө һәм унан һуңғы сабыйҙар, 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә уҡыған 24 йәшкә тиклемге I һәм II группа инвалидтар өсөн үҙгәрешһеҙ, йәғни 3000 һум күләмендә ҡала, тип хәбәр итәләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан.
Баланы атаһы йәки әсәһе генә тәрбиәләгән ғаиләләрҙең һалым ҡайтармаһын икеләтә күләмдә алыу хоҡуғы һаҡлана.
Ә бына хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренә 400 һум күләмендә ҡаралған стандарт һалым ҡайтармаһы йыл башынан бөтөрөлгән.