Йүнселдәргә ярҙам йәһәтенән17.12.2014
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрө — Рәсәй кредит ойошмаларынан алынған кредиттар буйынса процент түләүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында субсидия биреү хаҡында хәбәр итә.
Атап әйткәндә, йүнселдәргә шәхси ихтыяж өсөн етештереү биналарын, ҡаралтыларҙы төҙөүгә һәм яңыртыуға, ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелгән кредиттар йәһәтенән ярҙам күрһәтелә. Субсидия биреүҙең бер нисә шарты бар. Ул документ ҡабул ителгән көнгә Рәсәй Үҙәк банкындағы рефинанслау ставкаһының өстән ике өлөшөнән артмаҫҡа һәм бер эшҡыуарға тәғәйенләнгән күләме 5 мең һумдан юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш. Документтарҙы тапшырыу тураһындағы мәғлүмәт республика Хөкүмәте сайтында баҫылған.