Һалым яңыса иҫәпләнә17.12.2014
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан кешенең мөлкәтенә һалым объекттарҙың кадастр хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Әле ул инвентаризация хаҡы нигеҙендә билдәләнә.
Октябрь аҙағында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары тейешле законды ҡабул итһә, ноябрҙә Өфө ҡала Советы парламентарийҙары һалым күләмен асыҡланы. Ул объекттың кадастр хаҡының 0,1-2 процентын тәшкил итә. Кадастр хаҡын “Росреестр” сайтындағы Асыҡ кадастр картаһынан белергә мөмкин.
Инвалид, етем бала тәрбиәләгән кешеләр бер торлаҡҡа һалым түләүҙән азат ителә. Ләкин был милек эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланмаҫҡа, ә кадастр хаҡы 300 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, торлаҡ биналарҙан һалым ҡайтармаһын түләү күҙаллана.