Бурыс тулыһынса түләнде17.12.2014
Башҡортостандың Финанс министрлығы Рәсәй Һаҡлыҡ банкынан алынған кредит буйынса төп бурыс күләмен тулыһынса түләне. Ул 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә ине.

Был хәл дәүләт бурысына сифатлы идара итеүсе төбәк булараҡ Башҡортостандың юғары дәрәжәһен тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Санкт-Петербургта уҙғарылған ХII Рәсәй облигация конгресында һүҙ ошо турала барҙы.
Конгреста ҡатнашыусылар облигация баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе, тышҡы бурыс баҙарында аҡса йәлеп итеү мөмкинлеген, инфраструктура үҙенсәлеген, эмитенттарҙың рейтингын билдәләүҙең ғәмәлдәге система­һын, милли рейтинг агентлыҡтарының конкурент­лыҡ ҡеүәһен, ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе һәм ҡайһы бер башҡа яңылыҡтарҙы тикшерҙе.



Вернуться назад