87 йәшкә етһәм дә...17.12.2014
Мин “Башҡортостан”ды күптән алдырып уҡыйым. Һуңғы йылдарҙа баҫма уҡымлы, йөкмәткеһе яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Төрлө тема яҡтыртылған мәҡәләләр донъя күрә, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Мин төп индекслыһына яҙылам, уны беҙҙә аҙнаһына ике мәртәбә, йәғни шаршамбы һәм шәмбе, тараталар. Ул көндәрҙе көтөп алам, әммә ҡайһы ваҡыт килтермәйҙәр йә бер генә һанын ҡуйып китәләр. Шуға ла ризамын, тик бөтөнләй сығыуҙан туҡтап ҡуймаһын.

Хәҙер байрамдар күп бит, оҙаҡ ял итәләр. Бына Яңы йыл етеп килә, халыҡ шатлана, ә мин ул көндәрҙә гәзит килмәй тип көйөнәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр матбуғат­ты йүнләп уҡымай, мәҫәлән, ауылыбыҙҙа “Башҡортостан” гәзитен алдырғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Бәләкәй генә тәҡдимемде лә еткермәксемен. Әгәр мөмкинлек бар икән, хикәйә, повесть һәм романдарҙан өҙөктәр йышыраҡ бирелһен ине.
Мин 2015 йылдың тәүге яртыһына күптән яҙылып ҡуйҙым, һаулыҡ булып, уҡырға яҙһын инде. 87 йәштәмен, әммә “Башҡортостан”дан һис тә айырылғы килмәй.





Вернуться назад