Ҡытайҙар ҙа бал ярата17.12.2014
Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге менән Ҡытайҙың “Йәшел тамыр” компанияһы араһында 3 миллиард һумлыҡ оҙайлы килешеү төҙөлдө.
Беҙҙән аласаҡ бал күләмен Ҡытай компанияһы билдәләйәсәк. Килешеүгә ярашлы, был илгә яҡынса 10 мең тонна татлы ризыҡ оҙатыласаҡ. Бынан тыш, республикабыҙ инә ҡорт һөтө, умартасылыҡ продукттары нигеҙендә етештерелгән косметика, аҙыҡ-түлек тә тәҡдим итә. Ҡытайға балдың тәүге партияһы апрелдә ебәреләсәк.