Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Һорауҙарығыҙға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Тейешле пенсияғыҙҙы алығыҙ— Әсәйем әле пенсияла. Уның 18 йыллыҡ муниципаль хеҙмәт стажы бар. Әммә пенсияһына бер ниндәй ҙә өҫтәмә алғаны юҡ. Был мәсьәләне нисек яйға һалырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?
Светлана, Иглин районы.
— Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары “Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы Федераль закон менән көйләнә. Был Закондың 25-се статьяһындағы 3-сө пунктҡа ярашлы, муниципаль хеҙмәткәрҙең стажы дәүләт граждан хеҙмәтендә эшләүсенең стажына тиң. Республикала 2004 йылда Башҡортостанда муниципаль хеҙмәт стажын иҫәпләү тәртибе тураһында закон ҡабул ителгән, уға ярашлы, стажды иҫәпләү өсөн яуаплылыҡ эш биреүсе иңенә һалына. Һеҙгә кәңәшем: муниципаль хеҙмәткәрҙәргә пенсия билдәләү мәсьәләһе буйынса ғариза менән үҙегеҙ эшләгән предприятие йәки учреждениеның кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һеҙгә ғаризаның махсус бланкын бирергә тейештәр. Һеҙ ғариза тапшырғандан һуң ете көн үтеүгә муниципаль хеҙмәт стажы күпме икәнлеген һанап сығарырға, ай һайын ни саҡлы аҡса бүлеү тураһында белешмә әҙерләргә һәм уны пенсия фондына бирергә тейештәр. Әгәр һеҙ эшләгән предприятие йәки учреждение ябылған икән, ғаризағыҙҙы был органдың хоҡуҡтарын ҡабул итеп алыусы ойошмаға илтегеҙ. Әгәр ундайҙар ҙа булмаһа, республиканың муниципаль (дәүләт) хеҙмәте мәсьәләләре буйынса комиссияһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Тыл ветерандарының ундай хоҡуғы юҡ— Атайыма 85 йәш. Һуғышта ҡатнашмаған, сөнки уны бронь буйынса алып ҡалғандар. Был турала документтар бар. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына түләүһеҙ бирелгән фатирға ул дәғүә итә аламы?
Азалия, Әбйәлил районы.
— “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тип Ватанды һаҡлау буйынса һуғышта йәки хәрби хәрәкәт барған урындарҙа ғәскәри частарҙы тәьмин итеүҙә ҡатнашҡандар; 1941 — 1945 йылдарҙа кәмендә алты ай дауамында хәрби хеҙмәттә булғандар йәки тылда эшләгәндәр (СССР-ҙың ваҡытлыса оккупацияла булған территорияларындағы хеҙмәт осоро иҫәпкә индерелмәй); СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хеҙмәт өсөн бирелеүсе ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгәндәр таныла. Федераль закон төбәктәргә һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен үҙаллы көйләү хоҡуғы бирә. Тимәк, был мәсьәлә буйынса Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Законына таяныу кәрәк. Ул ҡануниәттең 20-се статьяһына ярашлы, тыл хеҙмәткәрҙәренең түләүһеҙ торлаҡ майҙанына хоҡуғы юҡ.