Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 19 декабрҙә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса “тура бәйләнеш” ойоштора. Республика халҡы шылтыратып ошо өлкәләге етешһеҙлектәр, хеҙмәт килешеүе урынына гражданлыҡ-хоҡуҡи договорҙар төҙөү, эш хаҡын “конвертта” түләү осраҡтары хаҡында хәбәр итеү, шулай уҡ хеҙмәт ҡануниәте буйынса кәңәшләшеү мөмкинлегенә эйә.
“Тура бәйләнеш” иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем эшләй. Һорауҙарҙы 8-962-526-03-30 телефоны аша Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Оксана Вансковаға, 8(347)277-87-15 телефоны аша инспекцияның хоҡуҡи күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Эльвира Бәхтизинаға бирергә була. Яҙма мөрәжәғәттәрҙе
[email protected] электрон почтаһына йәки 450059, Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына ебәрергә.