Юл тығындары ҡасан бөтөр?17.12.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә транспорт системаһын үҫтереүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Унда республика Хөкүмәте ағзалары, Өфө хакимиәте вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге үҙебеҙҙең һәм сит ил эксперттары ҡатнашты. Республика башлығы әйтеүенсә, транспорт системаһын ҡулай ойоштороу мәсьәләһе күп кенә ҙур ҡалалар өсөн әһәмиәтле.
– Баш ҡалабыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема киҫкенләшә бара. Мәсьәлә ыңғай хәл ителмәй, тармаҡтағы хәл кешеләрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, — тине Рөстәм Хәмитов.
Өфөләге транспорт системаһын комплекслы үҫтереү буйынса ныҡлы уйланылған стратегияның булмауын да проблеманы хәл итеүҙе тотҡарлаған төп сәбәптәр иҫәбенә индерҙе республика Президенты.




Вернуться назад