1941 йылдың йәйге салт аяҙ көнө. Бәләкәй ҡыҙҙар йәшел үләндә сыр-сыу килеп уйнап йөрөй. Улар бөгөн шат: әсәйҙәре матур күлдәк, уйынсыҡтар алып ҡайтасаҡ. Тимер юл станцияһына һөт, май, йомортҡа алып киттеләр, шуларҙы кейем-һалымға алмаштырасаҡтар...Зифа ла шул ҡыҙҙар араһында уйнап йөрөй, тик атаһы әллә ҡайҙан ҡайтып килде лә ҡыҙын саҡырып алып:
– Әсәйеңә әйтерһең, мине военкоматҡа саҡырталар, бәлки, ҡайтып тора алмаҫмын, – тине. Алты йәше саҡ тулған ҡыҙ әсәһе ҡайтҡас ҡына илгә ниндәй ҙур бәлә килгәнен белде...
Ошо мәлдән алып бөтә халыҡ өсөн еңел булмаған көндәр башлана. Аслыҡ, төрлө сирҙәр, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төшкән ауыр эш шулай ҙа еңеүгә ышанысты һындыра алмай.
Зифа ике апаһы, ағаһы менән һуғыш афәттәрен күп кисерә. Йәй мәлендә йәшел үләнде күп ашауҙан саҡ үлемдән ҡотолоп ҡала. Иң өлкән апаһын Молотов ҡалаһына ағас ҡырҡырға ебәрәләр, ағаһы колхозда йылҡы ҡараша. Әсәһенең тырышлығы, эшкә тилберлеге арҡаһында, шөкөр, барыһы ла Еңеү яҙын иҫән-һау ҡаршылай.
Ауылға һалдаттар ҡайта башлай. Һалҡын ноябрҙең бер көнөндә ике һалдат ҡайтып төшә. Икеһе лә Зифалар йәшәгән өйгә йүнәлә. “Ҡайһыһы минең атайым икән?” – тип уйларға ла өлгөрмәй, атаһы үҙе ҡыҙын ҡосағына ала... Һалдаттарҙың икенсеһе атаһының ике туған ағаһы була.
“Беҙҙе яҙмыш бәләкәй генә саҡтан сабырлыҡҡа һынаны, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтте. Тыуған ауылым Баҡраҡтан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Еҙем-Ҡаран ауылына көн дә йәйәүләп уҡырға йөрөнөк. Еүешләнеп бөткән сабаталарыбыҙҙы мейес өҫтөнә теҙеп киптерәбеҙ, туңған ҡара һауыттарын өрөп йылытабыҙ, – тип хәтерләй әсәйем. – Уҡыуҙан ҡайтышлай, баҫыу өҫтөндә көҙҙән ятып ҡалған шытҡан иген бөртөктәрен услап ашайбыҙ, ҡайһы берҙәребеҙ шуның арҡаһында хатта сирләп һәләк булды. Һуғыштағы атайҙарыбыҙҙы көттөк, Еңеү өсөн көсөн йәлләмәгән әсәйҙәребеҙгә ярҙам иттек. Атайым иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы”.
Әсәйем, Зифа Мөхәммәт ҡыҙы Резбаева, етенсе класты тамамлағас, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Аҙаҡ Бөрйән районының Әтек ауылына эшкә ебәрелә. Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылда эшләүе еңелдән булмай йәш белгескә: һыбай йөрөп дарыу алып ҡайтыуҙар, көн-төн тип тормай ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүҙәр... Ике йылдан һуң Ғафури районының Сәйетбаба ауылында эшен дауам итә.
Һигеҙ ауылды хеҙмәтләндерә Сәйетбаба участка дауаханаһы. Зифа Мөхәммәт ҡыҙы бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы һағында тора, участка акушеры вазифаһын башҡара.
Уның ял иткән сағын хәтерләмәйем дә. Йылдың миҙгеленә, көн торошона, юлдарҙың ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ауырыуҙарҙы район үҙәгенә илтә, ашығыс ярҙам кәрәккәндә бөтә мәшәҡәтен ташлап, шунда йүгерә. Ул осорҙа өйҙә бала табыу осраҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, акушерҙың өлгөрлөгө, белеме һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары күҙәтелмәгән. 40 йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә медицина хеҙмәткәренең тырышлығы батырлыҡҡа тиң түгелме ни?! Хәйер, уның бик ауыр, көсөргәнешле ваҡытта ла юғалып ҡалмай, ауырыуҙарҙы үлемдән алып ҡалған осраҡтары аҙ булмаған.
...Буранлы ҡышҡы төн. “Ашығыс ярҙам” машинаһы көрт һалған юлды ярып әкрен генә бара. Ауырыуҙың хәле үтә лә ауыр. Күп ҡан юғалтыуҙан уның һәләк булыуы ла ихтимал. Әсәйемдең ҡан төркөмө уныҡы менән бер. Күп уйлап торорға ваҡыт та, ярҙам көтөрҙәй кеше лә юҡ. Ул ауырыу ҡатынға туранан-тура үҙ ҡанын тапшыра. Әсә лә, сабый ҙа иҫән ҡала.
“Шул саҡтарҙы иҫкә алам да аптырайым: әлеге кеүек телефондар ҙа, асфальт юлдар ҙа, дауалау системалары ла юҡ. Нисек эшләнем икән? Бер яңғыҙым ҡаты сир, үлем менән осрашҡанымда Хоҙай ярҙамы, үҙемдең тәүәккәллегем, эште белеүем ярҙам иткәндер инде”, – тип хәтерләй әсәйем.
Өс бала әсәһе, ир ҡатыны, туған-тыумасаһының ныҡлы терәге лә ул. Кешеләргә игелекле, талапсан, намыҫлы булды, шуға күрә ауыл халҡы араһында абруй ҡаҙанды.
Әсәйем ғүмер буйы йыр-моңға, сәнғәткә табынып йәшәне. Спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уйнап, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы. Республика, район кимәлендәге конкурстарҙа күп тапҡыр сығыш яһарға тура килде уға.
Былтыр районда йырсылар араһында үткәрелгән Зәки Мәхмүтов исемендәге конкурста лауреат исеменә лайыҡ булды. Сәйетбаба ағинәйҙәренең “Мөнәжәт” ансамблендә шөғөлләнә, һәр төрлө мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Иман йорто булған мәсеткә йөрөй, доғалар уҡый, йәштәрҙе тәүфиҡҡа, тормошто яратырға өйрәтә.
Тыуған йортобоҙға ҡайтҡанда, әсәйем беҙҙе тәмле аш-һыуы менән ҡаршы алып, изге теләктәре менән оҙатып ҡала. Рәхмәт һиңә, әсәй, барлығың өсөн мең-мең рәхмәт!