55 йыл алдырам17.12.2014
Һаумыһығыҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре! Мин баҫманы 1960 йылдан алдырам. Бөгөн 2015 йылға яҙылып ҡуйҙым.
Гәзиттә донъя күргән мәҡәләләрҙең барыһы ла әһәмиәтле, фәһемле. Уны матурлаған фотохәбәрселәргә рәхмәт, биҙәлеше үҙенә тартып тора. Мин туғандарыма, күршеләремә, гәзиткә яҙылығыҙ, тип әйтеп торам. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем!