Рәжәп НӘБИУЛЛИН: “Урман хужалығында тәртип булдырылды”03.02.2012
Рәжәп НӘБИУЛЛИН: “Урман хужалығында тәртип булдырылды”Урман. Был мәңгелек төшөнсә кешелек йәшәйешенә туранан-тура бәйле. Тимәк, унан файҙаланыу мәсьәләләре, һорауҙары ла бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмаясаҡ.
Ил төҙөлөшөн үҙгәртеп ҡороу барышында урман хужалығы тармағы ла ныҡлы үҙгәреш кисерҙе. Бер заман был йүнәлештә эштәр бигерәк хөрт ине: ҡыҫҡартыуҙар башланды, эш хаҡы түбәнәйгәс, белгестәр ташлап китте, эшләп килгән ҡанундар ҡаҡшаны, тәртип юғалды, аңлайышһыҙлыҡ көсәйҙе, уғрылыҡ артты.
Туплағанды тарҡатыуы ғына еңел, ҡайтанан йыйып алыуы, ай-һай, ауыр! Быны яңы Урман кодексы ҡабул ителгәндән башлап алып барылған эш яҡшы дәлилләй. Шулай ҙа бөгөн беҙ республиканың урман хужалығында тәртип булдырылған тип әйтә алабыҙ: халыҡ урмандан яңыса файҙаланырға, тармаҡ министрлығы һәм урындағы белгестәр халыҡ менән эшләргә өйрәнде.
Теге йәки был мәсьәләгә яуапты, тәү сиратта, ваҡытлы матбуғат бирергә бурыслы. Гәзитебеҙ шунан сығып эш итә лә инде. Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы Нәбиуллин менән һөйләшеү ойошторолоуы хаҡында гәзиттә алдан ике тапҡыр хәбәр ителгәйне. Шуныһы шатландыра: һорау биргәндәр был өлкәлә яҡшы хәбәрҙар булыуы менән айырылып торҙо. Республика халҡын урман проблемаһы ныҡ борсоуы тура бәйләнештә күренде.

Хаттарҙан һорауҙар

Урман хужалығы министрына тәүге һорауҙарҙы редакцияға алдан килгән хаттарҙан бирергә булдыҡ. Сибайҙа йәшәүсе Тәлғәт Солтанов Баймаҡ урмансылығы эшендә телефон бәйләнеше булмауы, шуның арҡаһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуып тороуы, һөҙөмтәлә халыҡ тейешле ағасын да ала алмай йонсоуы тураһында бәйән итә. "Ҡыуат ауылында йәшәүсе туғаным Ф. Булатов 50 кубометр ағасын ҡайтарта алмай интегә. Сәбәптәре бер нисәү. Төп сәбәп урмансылыҡта телефон булмауына ҡайтып ҡала. Мастерҙың өйөнә гел генә шылтыратып булмай, уның ата-әсәһе, туғандары алдында уңайһыҙ, ә кеҫә телефоны Ишбирҙе яҡтарында тотмай. Шуға ла күптәр алдан килешмәйенсә барырға мәжбүр. Ул яҡтарҙың юлы юлмы ни әле?! Бер нисә тапҡыр барып та, көнө-төнө урманда булған мастерҙы таба, күрә, һөйләшә алмай ҡайтыусылар бихисап. Телефон ҡуйҙыртыу мәсьәләһен тиҙләтһәгеҙ ине", тип яҙа автор.
– Ундай ваҡ мәсьәләләр халыҡты борсорға тейеш түгел, тиҙ арала хәл ителер. Ағасын ала алмаған Булатовтың мәсьәләһен яңынан тикшерербеҙ һәм үҙенә рәсми яуап бирербеҙ. Тағы шуныһын өҫтәп әйтергә теләйем: былтыр йыл аҙағында ойошторолған коллегия ултырышында бүленгән ағасты декабрь тамамланғансы бирергә ҡуштым. Нигеҙҙә шулай эшләнде лә, күрһәткестәр ағастың былтыр байтаҡҡа күберәк бүленеүен (2010 йылда йорт төҙөргә 6880 кеше ағас алһа, 2011 йылда — 7570 кеше) күрһәтә, – тип яуапланы министр.
“Былтыр ҡустым шәхси йорт төҙөүгә 150 кубометр ағас һорап ғариза яҙғайны. Рәхмәт, 70 кубометр бирҙеләр. Әгәр ул икенсе районға йә ҡалаға күсеп китһә, өйө төҙөлөп бөтмәгән булһа, ҡалған 80 кубометрҙы юллай аламы? Юллай алһа, элекке йәшәгән урыны буйынсамы, әллә яңы адрес буйынсамы?
Р. Низамова,
Күгәрсен районы.”
— Юллай ала, тик элекке адресы буйынса.
“Өфөлә йәшәүселәр ҡалаға яҡын урында ер алып йорт төҙөргә уйлаһа, был осраҡта, ҡыҙыл ағас һорап, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?
Монасиповтар, йәш ғаилә.”
— “Өфө урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда һеҙҙе исемлеккә индерәсәктәр. Лесной проезд, 1 адресы буйынса барығыҙ.
“Ҡыйғы районынан мөрәжәғәт итәм. Исемем Радик була. Төҙөлөш материалдары етештереү өсөн ҡарағай кәрәк. Район буйынса бүленгән лимит аҙ, тинеләр. Бирмәйәсәктәрен аңғарттылар. Миңә ҡайҙан ағас алырға һәм эшҡыуар булараҡ күпме ағас алыуға өмөт итә алам?”
— Был һорауға яуап Урман хужалығы министрлығы сайтында бирелгән. Интернет аша таныша алаһығыҙ. Эшҡыуарҙарға ағас аукцион аша ғына бирелә.
“Нуриман районынан Айнур ине. Кешегә йорт һәм йорт алды ҡаралтылары һалыу өсөн бирелгән 150 кубометр ағас, аңлауымса, ылыҫлыларҙан булырға тейеш. Миңә 50 кубометрын ғына ҡарағай менән бирҙеләр. Ҡалған 100 кубометрҙы ҡайын, уҫаҡ менән алайыммы? Йүкә менән имән бирерҙәренә ышаныс юҡ.”
— Законда 150 кубометр ағас тик ылыҫлы ғына булырға тейеш тип яҙылмаған. Урмансылыҡ ниндәй ағас бирә ала, шуны бирә. Йүкә йә имән кәрәк икән, урмансылыҡтан шул ағастарҙы һорағыҙ. Тик алған ағас, ниндәй төрҙә булыуына ҡарамаҫтан, 150 кубометрҙан артмаҫҡа тейеш.
“Балтас районынан Динар булам. Йәш ғаилә булараҡ ер участкаһы алдыҡ. Ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр йорт һалырға йыйынабыҙ. Өй 10х10 тирәһе буласаҡ. Мунса һәм мал аҙбары ла кәрәк. Беҙгә күпме һәм ниндәй ағас бирергә тейештәр?”
— 150 кубометр алырға мөмкин. Тик иң тәүҙә ведомство-ара комиссия һеҙ ысынлап та торлаҡҡа мохтажмы икәнде ҡарарға, тикшерергә тейеш. Шунан һуң ғына был мәсьәлә хәл ителәсәк.
“Мин – Азат, Бөрйән районында йәшәйем. Йорт бурар өсөн бирелергә тейешле 150 кубометр ағас һорап ғариза бирһәк, оҙаҡ ҡарайҙар, бирһәләр ҙә, өлөшләп кенә биреп аптыраталар. Тәүҙә бурай башлағыҙ, күрһәтегеҙ, тиҙәр. Закон буйынса тейешлене шулай итеп ала алмайбыҙ. Бәлки, мин ағасымды һатып, йортто бөтә уңайлыҡтары менән кирбестән төҙөргә теләйемдер? Бәлки, мин ағасты һатып, баламды уҡытырға йыйынамдыр. Улар шулай итеп закон буйынса тейешле ағастан беҙҙе мәхрүм ҡалдыралар. Ә “юғарыла” ултырғандар ағасһыҙ йонсомай, йортон да һала, ситкә лә һата. Ошо мәсьәләне нисек хәл итергә уйлайһығыҙ, ҡасан халыҡҡа бындай мөнәсәбәт бөтөр?”
— Ағасты беҙ һатыр өсөн бирмәйбеҙ. Өй һалыр өсөн бирәбеҙ. Уның аныҡ тәғәйенләнеше бар. Ағас һатыуҙы кәсепкә әйләндерергә ярамай. Уны мохтаждар ғына алырға тейеш. Шуға ла ведомство-ара комиссия ағас бирер алдынан ныҡлы тикшереү алып бара. 150 кубометр ағас торлаҡҡа мохтаж кешегә генә бирелергә тейеш. Йәшәргә яҡшы өйө булғандарға бирелмәй. Һәр кем 150 кубометр ағас алырға тейеш тигән фекер һис тә дөрөҫ түгел.
“Баязитов булам. Ике һорауым бар. Бөрйәндә, Белоретта һуңғы мәлдә ағасҡа ҡытлыҡ көсәйҙе. Төп сәбәбе — арендаторҙар урманды алып бөттө. Халыҡ йорт-ҡураһын төҙөкләндереү өсөн ағас ала алмай йонсой. Шуға ла урлашыуҙар ҙа күбәйҙе. Был хәлдән сығыу юлын нимәлә күрәһегеҙ?”
— Урлашыусыларға ҡаршы көрәш министрлыҡ тарафынан алып барыла. Мобиль төркөм төҙөлдө, видеокамералар ҡуйылды, инспекторҙар урманды тикшерә. Законды боҙоусылар штраф түләй, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
“Белорет, Бөрйәндә ағас эшенә тотонғандар байтаҡ. Әммә ағасҡа ҡытлыҡ сәбәпле күптәр был уйынан ваз кисте. Киләсәктә бындай эшҡыуарҙарға ағас алыу буйынса министрлыҡ тарафынан ниндәй ярҙам ҡаралған?”
— Аҙна һайын аукцион ойошторола. Бөтә эшҡыуарҙар ҙа ҡыҙыл ағас һорай. Әммә барыһына ла ҡарағай биреү мөмкин түгел. Шуғалыр ҙа ағасты аукционда ҡатнашҡан эшҡыуарҙарҙың яртыһы ғына ала.

Үҙәккә үткәндәр

Беренсе булып Әбйәлилдән шылтыраттылар, һәм мөрәжәғәт итеүсе үҙен Ғүмәров тип таныштырҙы.
– Рәжәп Байғондо улы, беҙҙең проблемалар бар, һәм улар әлегәсә хәл ителмәй. – тине ул. – Шуның буйынса минең һеҙгә өс һорауым бар. Иң тәүгеһе, әлбиттә, "Селена" компанияһына ҡағыла. Заманында был арендатор ҡарағай урманының һәр кубометрын 32 һум 50 тин менән һатып алды. Эшләү дәүерендә бер генә эш урыны ла булдырмаған инвестор урмандарҙы бүрәнә килеш ситкә оҙатыу менән шөғөлләнә. Ағас һорап мөрәжәғәт итеүсе урындағы халыҡтан йығылмаған һәр кубометры өсөн 1,5 мең һум аҡса һорай. Был хаҡты 50 тапҡырҙан ашыуға арттырыу була бит! Был баш-баштаҡлыҡҡа кем сик ҡуйыр?
Икенсенән, элек йыл һайын әбйәлилдәргә йорт төҙөргә генә 28-30 мең кубометр ағас бүленә торғайны. Быйыл ошо һан алты меңгә тороп ҡалды. Халыҡ ҡайҙан ағас алырға тейеш? Йәштәр өй төҙөй, төҙөлөш материалдары таба алмай йонсой.
Өсөнсөһө, элек урмансылыҡтарҙа 15 штат берәмеге бар ине. Хәҙер икәүгә генә тороп ҡалды. Улар ҡағыҙ эшенә күмелгән һәм контораларынан сыға алмай. Үҙ республикабыҙҙа урмандарҙы һаҡлауҙы ойоштороусылар, урмансылар штатын арттырып булмаймы ни?”
– "Селена" заманында үҙенең инвестиция проекты барлығы тураһында белдереп килде. Әле уларҙың проекты булыу-булмауы асыҡлана. Был мөһим документ ошо көнгәсә министрлыҡҡа тапшырылмаған. Ваҡытында Мәскәүҙәге бәйләнештәрен эшкә еккән, республиканың элекке етәкселәрен нисектер үҙ яғына ауҙара алған предприятиеға, беҙгә ҡушылғанса, ағасты ебәрҙек. Вәғәҙәһендә тормаған инвестор эшен әле ентекле тикшереү бара: беҙ отчет талап итәбеҙ, республиканың эске эштәр органдары һәм прокуратураһы тикшерә. "Селена", эштәре барып сыҡмай башлағас, инвестиция проекты күләмен өс тапҡырға ҡыҫҡартырға мәжбүр булды. Вәғәҙә ителгән проекттары артабан да тормошҡа ашмаһа, урмандарҙы кире тартып алыуҙы ойоштормаҡсыбыҙ.
Әбйәлил районына 2009 йылда 15 400 кубометр ағас бүленгәйне. Уның ниндәй маҡсатта файҙаланылыуын тикшергәс, 4 400 кубометр ағастың йорт төҙөүгә тотонолоуы, ҡалғаны һатылыуы асыҡланды. Күпселеген эшҡыуарҙар алып, эшкәртеп, бысылған материал итеп һатып һөйөндө. Шунан һуң мин ҡарағайҙы тик өй һалыусыларға ғына бүлергә ҡуштым.
2010 йылда районға 22 мең кубометр ағастың күпмелер өлөшө Белорет, Бөрйән, Учалынан бүленде. Һөҙөмтәлә 15 мең кубометр самаһы ылыҫлылар ниндәйҙер чечендарға һәм эшҡыуарҙарға һатылған.
Комиссия урындағы власть түгел
Был мәсьәлә бер районға ғына түгел, ул бөтә республикаға хас. Шуға ла халыҡҡа ағас бүлеүгә арналған Хөкүмәт ултырышы булды һәм унда райондарҙа айырым комиссиялар төҙөү тураһындағы ҡарар ҡабул ителде. Урындағы хакимиәт вәкиле (былтыр, ғәҙел бүлһендәр тип, хатта БР Урман хужалығы министрлығы вәкилдәрен дә ебәрҙек), урмансылыҡ белгесе, ауыл Советы рәйесе, депутаттан торған төркөм ихтыяжды өйрәнеп йөрөп сыға, унан, ҡарар ҡабул итеп, ағасҡа мохтаждар исемлеген төҙөй. Был – алдашыуҙы булдырмаҫ өсөн башҡарылған эш.
Ирекле ҡырҡыуға тәғәйенләнгән урман Әбйәлилдә элек туғыҙ мең кубометр самаһы ине. Хәҙер ул ете меңгә тороп ҡалды. Булғанын халыҡҡа таратабыҙ, етмәгәнен күрше райондар биләмәләренән алырға мөмкин.
Рәсәй буйынса алып ҡарағанда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең иң күп штаты Башҡортостанда ғына һаҡланды. Волга буйы федераль округында беҙ генә урман инспекторҙарының 40 процентын һаҡлап ҡалдыҡ. Әммә яңы Урман кодексында урмансылар ҡаралмаған. Мастерҙар ғына барыһына ла өлгөрә алмай. Мәҫәлән, былтыр республикала 34 700 кеше ағас алды. Мастерҙарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте аша өлгәшелде быға. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре 482 кеше генә. Закон шундай.
Республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәһендә урман хужалығына байтаҡ техника алынды. Видеокамералар ҡуйылды, Рослесхоз Йыһандан да күҙәтә. Хәлдән шулай итеп сығабыҙ. Эшләнгән эш һөҙөмтәле тип уйлайым, сөнки һуңғы ике йылда урман ҡануниәтен боҙоу өс тапҡырға кәмене.
– Былтыр декабрь аҙаҡтарында Йылайырҙа 40 мең кубометрлыҡ лот, тағы бер аҙҙан 100 мең кубометр ағасты һаттылар. Икеһен дә муниципаль властар ҡарары менән бер үк ойошма алды. Ни өсөн урындағылар федераль милекте һата?
– Һеҙҙең мәғлүмәтегеҙ дөрөҫлөккә тап килмәй. Урман участкаларын һатыуҙы ведомство-ара комиссия ҡарарына ярашлы башҡарҙыҡ. Һатып алыусы – былтыр ойошторолған Йылайыр районы урман сәнәғәтселәре ассоциацияһы. Улар майҙанды 49 йылға ҡуртымға алды.
– Бер һорауҙы аныҡлап китегеҙ әле: аңлауымса, быйыл ағасҡа заявка бирһәң, уны киләһе йылда ғына алып буласаҡ?
– Закон буйынса ғаризалар министрлыҡҡа тапшырылырға тейеш. Әммә хәҙер райондарҙағы урмансылыҡтарға ышаныс ҡағыҙы бирелгән, һәм улар ғаризаларҙы үҙҙәре ҡабул итеү хоҡуғына эйә. Халыҡтан килгән үтенесте бер кубометрын да кәметмәйенсә ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Һәр районда, ҡырҡыуға тәғәйенләнгән ағас лимиты еткәнсә, ихтыяжды йыл дауамында ҡаплайбыҙ. Ҡарағай ағасы етмәгән өлөшөн япраҡлы ағас (кәрәгенсә күләмдә эшкәртеүгә яраҡлыһы (деловой өлөшө) ғына иҫәпләнә) менән тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, сифатына ҡарап, йомшаҡ ағас 100 кубометр урынына 200 бүленеүе ихтимал. Әммә уның эшкәртеүгә яраҡһыҙ өлөшө һеҙгә тейешле лимит тип иҫәпләнмәй. Уныһы өсөн дә түләнә, әлбиттә. Яраҡһыҙын утынға йәки икенсе маҡсатҡа тотонорға була. Әгәр ҙә йорт һалырға, мәҫәлән, 20 кубометр ҡарағай бүленергә тейеш булып та, райондың киҫелергә тейеш иҫәпләнгән йыллыҡ урманы етмәһә, йәки һорауығыҙҙы ҡәнәғәтләндерерҙәй икенсе юлдар табылмаһа, заявкағыҙ шул осраҡта ғына икенсе йылға ҡалдырылыуы мөмкин.
Бынан тыш, хәҙер халыҡтың диләнкәне һайлап алыу мөмкинлеге бар. Урындағы кеше ҡайҙа ниндәй ағас (эшкә яраҡлы ҡайын менән уҫаҡ) үҫкәнен яҡшы белә. Урмансылыҡҡа шундай урындан шунса ағас бүлегеҙ тигән ғариза яҙылһа, беҙ уны мотлаҡ бирергә тырышасаҡбыҙ. Йәше етмәгән урманды ғына биреп булмаясаҡ. Бының сере ябай: уҫаҡты ваҡытында алмаһаң, бер аҙҙан ул серей.

Йүнселдәргә шарттар бар

– Эшҡыуарҙар ағас алып булмай тип зарлана...
– Үҙебеҙҙең яҡтан барыһын да эшләгәнбеҙ. Эшҡыуарҙар хәҙер ағасты тик аукцион аша ғына ала. Бүтән юлы юҡ. Кешегә йә бер йылға аукцион аша, йә 49 йылға арендаға ғына ағас биреү ҡаралған.
Дөйөм экологик хәлде яҡшыртыу өсөн ҡулланыу ваҡыты уҙған урмандарҙы ҡырҡыу рөхсәт ителә. Бындай закон тик беҙҙең республикала ғына эшләй. Әммә уны дәүләт йәки муниципаль ихтыяж өсөн генә ҡулланырға мөмкин.
Эшҡыуарҙарҙың дәғүәһе урынһыҙ, сөнки, мәҫәлән, 2009 йылда республика буйынса аукциондарҙа һатыуға 3000-дән ашыу лот (киҫеүгә тәғәйенләнгән өлгөргән урман) ҡуйҙыҡ. Күпме хәлеңдән килә – рәхим итеп ал да эшкәрт. Ул йылда тәҡдим ителгәндең 20 процент самаһын ғына һатып алдылар. 2010 йылда 5006 лоттың 40 проценты ғына һатылды. Уларҙың хаҡы эшкәртелгәндән һуң эшкә яраҡлы өлөшө 40 процент самаһы сығасаҡ икәнлеге күҙ уңында тотоп билдәләнә. Йәғни хаҡ эшҡыуарҙарҙың мөмкинлеген һәм зыянға эшләмәйәсәген иҫәпләп ҡуйыла.
Күпселек эшҡыуарҙар әле булһа аукциондан ҡурҡа, унда күтәргеһеҙ хаҡ ҡуйырҙар тип уйлай. Улай түгел, һәр лот үҙ хаҡына тигәндәй һатыла, сөнки конкурентлыҡ һәм лоттар ҡытлығы юҡ. Күп райондар ағас эшкәртеүҙә әүҙемлек күрһәтмәй. Ә бына Бөрйән, Йылайыр, мәҫәлән, һатыуға сығарылғандың 90 процентын үҙләштерә.
Аукциондың нимәһе отошло һуң? Унда эшҡыуар күпме теләй, шунса ағас алыу мөмкинлегенә эйә.
– Әбйәлил районынан Гөлдәр Һатыбалова булам. Былтыр йорт төҙөүселәргә 2012 йылда ағас биреү исемлеген төҙөнөләр. Шунда мин дә яҙылдым. Әммә районға йыллыҡ бүленгән лимит исемлеккә алдараҡ ингән 88 кешегә генә етә, тинеләр. Быйыл өй һала башларға иҫәбем бар ине. Миңә хәҙер нимә эшләргә?
– Гөлдәр, ҡайғырма. Һинең һорауыңды ҡарарбыҙ. Теге йәки был осраҡ килеп сыға ҡалһа тип (янғындан, башҡа көтөлмәгән хәлдән ҡаза күреүселәргә тәғәйенләнгән. – Авт.) запаста ҡалдырған ағас фондынан бүлергә тырышырбыҙ.
– Һаумыһығыҙ, Шайморат Шәйхулла улы булам, Ишембай районының Кинйәбулат мәктәбе директорымын. Минең һеҙгә бер нисә һорауым бар. Әйтегеҙ әле, ниңә ҡороған ағасты (сухостой) халыҡҡа алырға рөхсәт итмәйҙәр? Шунан, урман хужалығын урмансы алып барырға тейеш, ә шәхси кеше түгел, минеңсә. Урмандарҙы тергеҙеү буйынса эшләнгән эш тураһында ла белге килгәйне.
– Ҡырҡыуға тәғәйенләнгән диләнкәнән ағасты тулыһынса алырға ҡушыла, әммә йыш ҡына унда һеҙ телгә алған ҡороған ағас тороп ҡала. Уларҙы диләнкәне үҙләштереүгә килешеү ваҡыты бөткәнсе (бер йыл эсендә) йығып алырға була. Һуңынан – ярамай.
Ағас тамғалау, диләнкә бүлеүҙе хәҙер урман мастерҙары алып бара. Урмансы штаты бөтөрөлдө.
Республикала йылына өс миллион кубометр (15 мең гектар) самаһы ағас киҫелә. Шул уҡ күләмде тулыһынса ултыртып, урманды тергеҙә барабыҙ. План төҙөлгән һәм тормошҡа тайпылышһыҙ ашырыла.

Тәрән эшкәртеү булырмы?

– Илдар Зөлҡәрнәй, иҡтисад фәндәре докторы, шылтырата. Мине ағасты тәрән эшкәртеү мәсьәләһе борсой. Ваҡытында "Башлеспром" менән "Селена"ға льготалы шарттар тыуҙырылды. Тәүгеһе Башҡортостан урмандарынан файҙаланған өсөн – алты, икенсеһе ике миллиард һум инвестиция вәғәҙә итте. Бөгөн килеп был компанияларҙың һүҙендә тормауына шаһитбыҙ. Инвестиция программалары һеҙҙең тарафтан контролдә тотоламы? Ул проекттар менән теләгән кеше таныша аламы? Күрше төбәктәрҙән оҡшаш инвестиция программалары тәҡдим иткән компаниялар менән эш нисек ҡороласаҡ?
– Компанияларҙың льготалы икешәр йылы күптән үткән. Отчет мотлаҡ һорайбыҙ. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 419-сы ҡарарына ярашлы контролдә тотабыҙ. Һандарҙан күренеүенсә, "Башлеспром" аныҡ эш алып бара. Бөгөн производствоны яңырталар, тип ышаныслы әйтә алам. Инвестиция проектын эшләнеләр, әле Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм урман хужалығы федераль агентлығында килештереү үтәләр. Компанияның етәкселеге менән йыш ҡына осрашып торабыҙ. Тәүҙә ике миллиард һумлыҡ ҙур форматлы фанера етештереү заводы һәм Белорет районында бысылған материалдар етештереү цехы төҙөмәкселәр. Аренда хаҡын ваҡытында һәм тулыһынса түләп баралар.
Сағыштырыу өсөн әйтә алам: үҙ бурыстарын үтәмәгән компаниялар бер Башҡортостанда ғына түгел, ундайҙар менән Рәсәй тулы. Ҡайһы бер төбәктәрҙә аренда хаҡын түләмәгәндәр (дөйөм бурыстары миллиард һумдан ашыу) бихисап.
Проекттар менән, беҙҙең министрлыҡҡа килеп, теләгән кеше таныша ала. Ә башҡа компанияларҙы республикаға индермәй торорға булдыҡ, сөнки үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар әүҙемләшә.
– Әмир Абдуллин, Сибайҙанмын. Мине 365,6 мең гектар майҙанды биләгән ауыл урман хужалыҡтары яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Унан, ауыл хужалығы предприятиелары ҡарамағындағы 352 мең гектар майҙандағы урман хәҙер кем ҡулында? Белеүемсә, тәүгеләрен федераль милеккә күсерҙеләр, колхоз-совхоздарҙыҡы ҡарауһыҙ ҡалды. Хәҙер ерҙе файҙаланыу өсөн Үҙәктән рөхсәт һорайбыҙ. Ул майҙандарҙы кире ҡайтарып буламы?
– Һеҙ телгә алған 365,6 мең гектар майҙан Рәсәй Федерацияһы ҡарары менән федераль милеккә күсерелде. Уларҙы тәрбиәләүгә аҡсаны Үҙәктән бүләләр. Беҙ унда юлдар төҙөй алабыҙ, ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәр категорияһына күсерә алабыҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ маҡсатыбыҙҙа файҙалана алабыҙ, әммә кире күсереү өсөн мөмкинлектәр юҡ, сөнки ул саҡта РФ Хөкүмәтенең ҡарарын юҡҡа сығарырға кәрәк була.
350 мең гектарҙан ашыу ерҙе республика милкенә теркәү эше алып барыла, әммә эш ауыр ҡуҙғала, сөнки мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе документ юҡ. Был мәсьәлә менән Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы шөғөлләнә.
– Фидан булам, Бөрйән районынан – эшҡыуар. Бығаса алынған ағасыңды киҫеп, диләнкәңде таҙартып тапшырмайынса, киләһе аукционда ҡатнаша алмайһың, тинеләр. Был дөрөҫмө?
– Диләнкәне үҙләштереүгә бер йыл бирелә. Шул ваҡыт эсендә теләгәнсә аукционда ҡатнаша алаһығыҙ. Ағасынан файҙаланып, диләнкәһен таҙартмай ҡасып йөрөгән эшҡыуарҙар була. Ундайҙарҙың исемлеген алып барабыҙ. Сираттағы килгәнендә шарт ҡуйылыуы ихтимал. Ғөмүмән, диләнкәне бөтәһенең дә таҙартып тапшырыуы мотлаҡ, сөнки беҙ унда аҙаҡтан ағас ултыртабыҙ. Аукцион мәсьәләһенә урмансылар айырыуса етди ҡарарға тейеш.
– Диләнкәләрҙең ҡайҙа урынлашҡанлығын белеп булмай.
– Һеҙ һатып алғас, майҙанығыҙҙы алдан барып күрергә тейешһегеҙ. Ә урман мастеры күрһәтеүҙән баш тарта алмай.
Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ
яҙып алды.


Вернуться назад