Айгөлдөң спорт иле17.12.2014
Айгөлдөң спорт иле Ихлас күңелле һылыу – янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса команда беренселегендә донъя чемпионы Айгөл Шәйәхмәтова тураһында һөйләмәксемен.

Был ҡыҙ тыуған ауылы Таштүбәлә башланғыс кластарҙы тамамлағас, Ташлы мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Уңған, өлгөр уҡыусы апаһы менән бергә ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша, ҡустыһын ҡараша, әхирәттәре менән серләшергә лә ваҡыт таба. Бала саҡтан йүгерергә яратып, мәктәптә уҡығанда уҡ еңел атлетика, саңғы шыуыу буйынса ярыштарҙан ситтә ҡалмай, район беренселектәрендә еңеүгә өлгәшә. Спорт Айгөлдөң тормош маҡсатына әүерелә. Ул оҙаҡ уйлап тормай, М. Аҡмулла исемендәге педагогия универси­тетының физик культура факультетына юл ала.
Бөгөн Айгөл – IV курс студенты, уҡыуҙан тыш күнекмәләргә йөрөй. “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигәндәй, быйыл спорт мастерлығына кандидат нормативын да үтәгән. Еңел атлетика менән мауығыуы ҡыҙҙы үҙенсәлекле, ифрат етеҙлек талап иткән – янғын һүндереү спортына алып килгән. Йылға яҡын ғына шөғөлләнһә лә, байтаҡ уңыш яулап өлгөргән: Рәсәй йәштәр командалары бәйгеһендә алтын, Чехияның Свитава ҡалаһында уҙған йәштәр араһындағы донъя чемпионатының янғын һүндереү эстафетаһында – көмөш миҙал, Ырымбур ҡалаһында Рәсәй берен­селегендә икенсе урын алған ул. Айгөл шулай уҡ, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Алматы ҡалаһында Х донъя янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса чемпионатта ҡатнашып, 20 илдән килгән 600-гә яҡын бәйгесе араһында эстафетала, күпалышта – көмөш, ә команда беренселегендә алтын миҙал яулаған. Мәскәү ҡалаһында Рәсәй командаһын бүләкләү тантанаһында илдең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков ҡулынан иҫтәлекле бүләк тә алған ул.
Ябай, аралашыусан, уҡыуҙа тырыш ҡыҙға төрлө илдәргә сәфәр ҡылыу бик оҡшай. “Һәр күнекмә көс һәм дәрт өҫтәй, яңы еңеүҙәргә әйҙәй”, – ти Айгөл. Ә спортсы өсөн пьедесталға күтәрелеп, Тыуған иленең гимнын тыңлауҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән!





Вернуться назад