“Ҡымыҙҙың файҙаһын күберәк күрәм”16.12.2014
“Ҡымыҙҙың файҙаһын күберәк күрәм” Тирәкле ауылынан Айбулат Шәрәфетдинов малсылыҡ менән 1993 йылдан алып шөғөлләнә. Йүнселдең атаһы Фәрит бабай районда тәүге фермер булған. Колхоздар бөтөрөлгән ваҡытта ауыл хужалығы һаҡланып ҡалһын, тигән маҡсат менән янып эшләгән ул. Күңелендәге изге ниәте улдарына ла күскән.


– Тәүҙә Вәзир ағайым менән ҡуртымға мал алып көттөк, – ти Айбулат Фәрит улы. – Хәҙер иһә үҙемдең 70-кә яҡын баш йылҡым бар. Әлегә ҡәҙәрге эш йүнәлешен үҙгәртеп, ҡымыҙсылыҡҡа ныҡлап тотонмаҡсымын.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе быйыл малсылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән республика маҡсатлы программаһы буйынса ике миллион һумдан ашыу аҡсаға грант яулаған. Ошо иҫәпкә яңы трактор, Шишмәнән 40 баш йылҡы малы алған ул.
– Был районда йылҡысылыҡҡа, ҡымыҙсылыҡҡа бәйле төрлө аныҡ фекер-кәңәш тупланыҡ, – ти йүнсел. – Һөҙөмтәлә башҡорт аттарын һайлап алдыҡ. Улар беҙҙең ергә нығыраҡ ҡулайлашҡан, егәрле лә, сыҙамлы ла. Ҡыш тибенгә сығарырмын, тим.
Эшҡыуар грант аҡсаһына Швецияла етештерелгән бейә һауыу аппараттары ла алмаҡсы.
– Ғөмүмән, беҙҙә мал тотоу өсөн барлыҡ уңайлыҡтар бар, – ти ул. – Ер иркен, үлән йомшаҡ. Бөрйәндә йәшәгән ҡоҙаларыма барып, ундағы шарттарға аптырап ҡайтҡайным: беҙҙәге кеүек киң яландар бик һирәк бит унда, мал-тыуар күберәк тау-таш араһында туҡланырға мәжбүр. Ошондай шарттарға ҡарамаҫтан, урман халҡы ҡымыҙсылыҡ менән ихлас шөғөлләнә, милли эсемлекте туристарға ла тәҡдим итеп, шөғөлдөң данын арттыра. Ә беҙҙә бындай кәсеп өсөн мөмкинлек шаҡтай киң. Район, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Уларҙың хәстәрлеге арҡаһында әле 400 гектар самаһы ерем бар. Хужалыҡта ике тракторсы эшләй. Әҙерләнгән бесән үҙебеҙгә лә, һатыуға ла етә. Әйткәндәй, ҡымыҙсылыҡҡа кейәүебеҙ Салауаттың (ул – Бөрйән егете) кәңәше буйынса тотондоҡ. Бергәләп эшләйбеҙ. Был тармаҡтағы эште күптән түгел башлауыбыҙға ҡарамаҫтан, йәйгеһен ҡымыҙҙы уңышлы һатыу мөмкинлегенә инандым: оло юл ситенә иғлан ҡуйыу менән, халыҡ күпләп килде. Район үҙәгенә лә сығарҙыҡ.
Крәҫтиән (фермер) хужалығында өҫтәүенә 20-гә яҡын баш һыйыр аҫрайҙар. Уларҙы һауыуҙы башлыса хужабикә Гөлшат Шәрәфетдинова атҡара. Әйтеүҙәренсә, һөттө һатыу бигүк ауырға төшмәй, сөнки продукцияны халыҡтан йыйып алыусы бар. Ул – йүнсел Айрат Йыһаншин – кешеләрҙең мәнфәғәтен һәр саҡ алға ҡуя, аҡса кәрәк икән, алдан да түләй.
– Бына шулай бер-береңә ышаныс белдереп йәшәргә кәрәк. Юғиһә отоу, алдашыу, яуапһыҙлыҡ сәбәпле эш туҡталып ҡалған осраҡтар байтаҡ. һөҙөмтәлә халыҡ та, йүнсел дә, урындағы иҡтисад та зыян күрә. Дөйөм социаль хәлде тырыш хеҙмәт, бер-береңә ихтирам, ышаныс аша ғына яҡшыртырға мөмкин, – ти Айбулат Фәрит улы. – Малсылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарға ҡарата ла фекеремде еткермәксемен. Мин, мәҫәлән, уны алыу өсөн конкурста бер нисә йыл дауамында ҡатнаштым. Район фатиха бирһә лә, республика буйынса үткәрмәнеләр. Ниңәлер грантты эшкә яңы тотонғандарға бирергә тырышалар. Беҙгә, мал араһында элек-электән ҡайнаған фермерҙарға, бигүк иғтибар итеп бармайҙар. Шунлыҡтан өлкән эшҡыуарҙарҙың күбеһе (ундайҙар Архангелдә байтаҡ) хужалығын фәҡәт үҙ көсөнә таянып, шәхси аҡсаһына үҫтереүен дауам итә. Ә малсылыҡҡа яңы тотонғандарҙың күбеһе грант ала ла эшен ябып та ҡуя. Ошондай осраҡтар контролгә алынһын, ҡараш тигеҙ булһын ине.


Вернуться назад