Таратыуы әлегә ҡыйын булһа ла...16.12.2014
Таратыуы әлегә ҡыйын булһа ла... Былтыр октябрҙә Архангелгә эш сәфәрендә Президент Рөстәм Хәмитов “Инйәр” йәмғиәтенең һөт эшкәртеүсе яңы цехын төҙөү барышы менән танышҡайны. Предприятие йыл аҙағында асылды, күптән түгел уның эремсек етештереүсе яңы линияһы сафҡа инде.


Цехта ике хеҙмәткәр эшләй. Уларҙы эремсек яһау серҙәренә Өфөнән тәжрибәле технолог Алексей Алексеев килеп өйрәткән. Цехта киләсәктә ҡаймаҡ, сыр һәм кефир етештерергә лә ниәтләйҙәр.
Һөт башлыса “Инйәр” йәмғиәтенең Ҡыҙыл Ярҙағы фермаһынан килтерелә, ситтән дә алалар. Әйтеүҙәренсә, продукцияны таратыу әлегә ҡыйыныраҡ. Көнөнә 300 литрын – пакетлап, ҡалғанын ҡойоп һаталар. Һөттө тәрән таҙартҡан сепаратор алыу эште киңәйтеү мөмкинлеген биргән. Мәҫәлән, цех етәкселеге райондың балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек башларға ниәтләй.
Цех урынлашҡан бинаның икенсе өлөшө лә оҙаҡламай сафҡа инәсәк. Ул яғында ит эшкәртеләсәк, шулай уҡ магазин буласаҡ.
“Инйәр” йәмғиәтенең етәксеһенә килгәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мөнир Рәхмәтуллиндың “Регионстрой” тигән ҙур ойошмаһы бар. Тынғыһыҙ эшҡыуар биш йыл элек үҙен малсылыҡта ла һынап ҡарау ниәте менән Ҡыҙыл Ярҙа ферма асҡан. Бы­йыл “500 ферма” республика маҡсатлы про­граммаһында ҡатнашып, уңышҡа өлгәшкән. Һөҙөмтәлә хужалыҡты киңәйтеү, заманса йыһазландырыу, малды туҡландырыуҙың сифатын арттырыу буйынса аныҡ эш бара.
Яңы цехта етештерелеп, пакетҡа тул­ты­рыл­ған һөт “Архангел байлығы” тип атала, тыш­лығына райондағы шарлауыҡтың фо­то­һүрәте ҡуйылған. Мөнир Зөлфәр улының маҡ­саты – халыҡҡа үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте та­ратыу, урындағы иҡтисади ҡеүәтте арттырыу.


Вернуться назад