“Һаҡмар һылыуы” һоҡландырған16.12.2014
Сибай ҡыҙы Айгөл Сафина, Красноярск ҡалаһында үткән халыҡ-ара “Мисс Азия-Себер” гүзәллек бәйгеһендә Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһап, гран-при яуланы.

Конкурстың төп маҡсаты ҡыҙҙарҙы тышҡы матурлығы буйынса баһалау ғына түгел, ә уларҙың үҙ халҡының йолаларын, милли мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен сағылдырыу оҫталығын тикшереү ҙә ине.
Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Корея кеүек сит илдәрҙән, Татарстан, Тыва, Бүрәт, Алтай республикаларынан, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән килгән 16 ҡатнашыусы араһынан тап башҡорт ҡыҙы үҙенең күңел матурлығы, тыйнаҡлығы, милли колоритты тейешенсә күрһәтә алыуы менән баһалама ағзаларының иғтибарын һәм һөйөүен яулаған. Айгөл “Һаҡмар һылыуы” бейеүен башҡарғандан һуң барыһы ла уға юғары балл ҡуйырға мәжбүр булған.
Әлеге ваҡытта Айгөл Башҡортостан дәүләт медицина университетының IV курсында уҡый, бер үк ваҡытта “Мисс Башкортостана” модель агентлығында шөғөлләнә.




Вернуться назад