Яңы йүнәлеште үҫтереү ниәтендә16.12.2014
Өфө ҡалаһына илдең төрлө төбәктәренән килгән 120-гә яҡын виртуаль ҡәләм оҫтаһы, “Блогерҙар НеФорумы”нда ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашты.

Был үҙенсәлекле сараның төп маҡсаты – бөгөнгө мәғ­лүмәт донъяһына блогинг төшөнсәһен еректереү, жур­налистарҙы, блогерҙарҙы һөнәри яҡтан камиллаштырыу. Блогер – теге йәки был күренешкә ҡарата тыуған шәхси фекерен Интернет селтәрендәге “майҙан”да теркәп барыусы. Уның яҙмаларын башҡалар күҙәтә, ҡыҙыҡһындырған мәҡәләгә фекерен яҙып ҡалдыра.
– “НеФорум” Евразия сиктәрендә мәғлүмәтте дөрөҫ алыу, таратыу өсөн блогосфера төшөнсәһенең ҡулай булыуын күҙ уңында тотоп ойошторолдо. Программаға ярашлы, беренсе көндә төп эшмәкәрлек уҡыу-уҡытыу, тәжрибә уртаҡлашыу йүнәлешендә алып барылды, ә иртәгәһенә ҡунаҡтар Өфө менән танышты, ҡаланың билдәле тарихи урындары буйлап сәйәхәт ҡылды, – ти Мәскәү ҡалаһындағы “Евразия коммуникация үҙәге” менән берлектә “Блогерҙар НеФорумы”н Өфөлә ойоштороу өсөн тырышлыҡ һалған “Йәнле журнал” блог-платформаһының Башҡортостандағы вәкиле Дмитрий Эйгенсон.
Был сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттең алдағы һандарының береһендә урын аласаҡ.



Вернуться назад