Үҙгәрештәр көтөлә16.12.2014
Пенсияның тупланма өлөшөн финанслауға йүнәлтелгән иғәнәләр киләһе йылдан башлап Рәсәйҙәге Мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһының “бүленә торған” өлөшөнә күсерелеп, страховкаланған кешенең шәхси иҫәбендә сағылдырыла һәм пенсияның страховка өлөшөн финанслауға тотонола.
Ил Президенты Владимир Путин “Пенсия туплау мәсьәләләре буйынса Рәсәйҙең айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Иғәнәләрҙе ошо рәүешле бүлеү тәртибе Президент тарафынан 2014 йылда уҡ ғәмәлгә индерелгәйне, әле ул закондарға ярашлы тағы ла бер йылға оҙайтыла.




Вернуться назад