Беҙҙең кейем хуплау тапты16.12.2014
“Өфө трикотажы” фабрикаһы теккән әйберҙәр Рәсәйҙең кейем дизайнерҙары һәм мәктәп формаһы етештереүселәре араһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында беренсе урын яуланы.

Бәйгегә тәҡдим ителгән мәктәп формаһы Вячеслав Зайцевтың Мода йорто менән берлектә етештерелгән. Билдәле модельер менән фабрика былтырҙан хеҙмәттәшлек итә. Еңеүе өсөн “Өфө трикотажы” 20 магазин өсөн мәктәп формаһы сығарыуға “Балалар донъяһы” йәмғиәте менән килешеү төҙөү хоҡуғын алды.
Конкурста 70 предприятие ҡатнашты. Дизайнерҙар 740-тан ашыу кейем өлгөһөн тәҡдим итте.




Вернуться назад