Дауаханаларҙы һаҡлау шарт16.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарындағы үҙәк дауаханаларҙың участка бүлексәләрен һаҡлап ҡалыуҙы талап итте.

Был мәсьәлә буйынса ыңғай ҡарар халыҡтың республика Президентына күпләп мөрәжәғәт итеүенә бәйле. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районындағы Боҙаяҙ участка дауаханаһы — 25 ауылдан 7,3 мең тирәһе, Ауырғазы районындағы Тряпин бүлексәһе — 18 ауылдан 3,2 меңдән ашыу, Балаҡатай районындағы Билән дауаханаһы алты ауылдан 1,5 мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә. Район дауаханалары структураһын ҡулайлаштырыуға ярашлы, был бүлексәләр ябылған осраҡта тиҫтәләгән ауыл халҡына, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға район үҙәгенә йөрөргә тура киләсәк. Был хәл күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатында ла, демографик күрһәткестәрҙә лә сағылмай ҡалмаясаҡ.



Вернуться назад