Шмаков юғары баһалай16.12.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков менән осрашты. Ул Өфөгә Профсоюз ойошмаларының Волга буйы федераль округындағы территориаль берекмәләре ассоциацияһы Советы эшендә ҡатнашыу өсөн килгәйне.
Профсоюз лидеры төбәк башлығына республика Профсоюздар федерацияһының пленумы йомғаҡтары хаҡында һөйләне. Осрашыуҙа халыҡ өсөн әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә профсоюздарҙың әүҙемерәк ҡатнашыуы зарурлығы тикшерелде. Михаил Шмаков Башҡортостандағы профсоюз ойошмалары эшенә юғары баһа бирҙе, йылдам үҙгәреүсән социаль-иҡтисади шарттарҙа уларҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға саҡырҙы.