Әсәләр ҡунаҡҡа килде13.12.2014
Әсәләр ҡунаҡҡа килде ...Күңел ҡылдарын сиртерлек талғын ғына көй яңғырай, уны ишеткәндә йөрәк ҡайҙалыр талпынып-талпынып ҡуя, әйтеп аңлатып булмаған дәрт-ташҡын һине үҙенә солғап алғандай итә. Артабан йыр-моңдо шиғыр алмаштыра.
Район үҙәк китапханаһы байрамса биҙәлгән, ыҫпай кейенгән апай-инәйҙәрҙе осратҡас, бында ниндәйҙер кисә буласағын һиҙемләнек. Баҡтиһәң, Әсә көнөнә арналған сара уҙа икән.


Уң яҡ мөйөштәге үҙенсәлекле яҙыу иғтибарҙы йәлеп итте. “Ғүмер буйы ҡалайыҡ тоғро әсә тигән изге кешегә” – был һүҙҙәргә аңлатма биреү кәрәкмәйҙер.
Үҙәк район китапханаһы мөдире Гөлшат Вафина белдереүенсә, улар бындай тантаналарҙы йыш ойоштора. Әйткәндәй, миҙал һәм орденлы гүзәл заттарҙы саҡырып, кисә уҙғарыу тураһында күптән хыялланғандар.
Район Советы секретары Радик Рәхимов хаки­миәт башлығы Рушан Гәрәев исеменән барыһын да ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, ихлас теләктәрен еткерҙе, төбәктең яңылыҡтары һәм ыңғай үҙгәрештәр тураһында һөйләне.
Әсәләр ҡунаҡҡа килде– Хеҙмәт тигән төшөнсә әҙәм балаһын һәр саҡ бөйөк иткән. Һеҙ һәр берегеҙ үҙегеҙҙең фиҙакәр эшегеҙ, тырышлығығыҙ арҡаһында шундай бейеклектәргә күтәрелгәнһегеҙ. Бары тик һеҙ булған өсөн донъя матур, тормош йәмле, – тип сығышын тамамланы ул.
Форсаттан файҙаланып, бер нисә инәй менән һөйләштек. Мәҫәлән, Беләш ауылынан Миләүшә Борханова ғүмере буйы туған хужалығында тир түккән, яҙмыш уға гел генә ир-атҡа хас һөнәр тотторған. Йәш ҡыҙ Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас та “Октябрь” колхозында зоотехник, ферма мөдире, бригадир вазифаларын башҡарған. Ни бары 30 йәшендә генә тол ҡалып, ике улын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Әле дүрт ейән-ейәнсәренең шатлығын үҙенекеләй ҡабул итеп, шатланып ғүмер йомғағын һүтә. 96 йәшлек әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Тырыш хеҙмәте юғары баһаланған – “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән, “Хеҙмәт даны” ордены түшен биҙәй. Шәрбиниса Шәйхуллина алты балаһын башлы-күҙле итергә лә, хужалыҡ йөгөн тартырға ла өлгөргән. Люцина Хәмзина иһә — Яңғыҙнарат ауылында иң абруйлы инәйҙәрҙең береһе, ә Кифая Рамаҙанова халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртҡан.
Әсәләр ҡунаҡҡа килдеАраларында кемдәр генә юҡ?! Мәғариф алдынғылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы эшсәндәре, нефтселәр һәм башҡалар — һәммәһе лә илгә тырышып хеҙмәт иткән.
Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам көнөндә төрлө мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, күңелле ял итте әсәләр, серләште, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.


Вернуться назад