Һөнәр үҙләштергән уҡыу йорттарын ғәҙәттә район үҙәгендә күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә бына Тәтешлеләге 151-се һөнәрселек училищеһы Бүл-Ҡайпан ауылында урынлашҡан. Училище директоры Рәмзил Шәйхинуровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәйҙән һөнәрле булып үҫкәндәр йәшәйештә үҙ урынын еңел таба, тормошҡа тиҙ яраҡлаша. Ғөмүмән, хеҙмәт яратҡандарҙың ил һәм халыҡ алдындағы хөрмәте ҙур.
Бөгөн был уҡыу йортонда 200 үҫмер иҫәпләнә. Республикабыҙҙан тыш, Пермь крайынан, Свердловск өлкәһенән, хатта Себер тарафтарынан да ҡыҙҙар һәм егеттәр белем эстәй. Кемгә уҡыталар тиһегеҙме? Бында ашнаҡсы, автомеханик, иретеп йәбештереүсе, киң профилле механизатор, кондитер һөнәрен үҙләштерәләр.
Уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар – тырыш ҡына. Тәүлегенә өс тапҡыр бушлай ашаталар. Бының өсөн 275 гектарҙа иген культуралары сәсәләр, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, картуф ултыртып, ашхананы аҙыҡ менән үҙҙәре тәьмин итәләр. Уҡыусылар өсөн практика үтеү төптән уйланылған. Мәҫәлән, райондың Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы һәм район ҡулланыусылар йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Ә инде училищены тамамлағандарҙың 70 процентына эш әҙер тора.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡыҙҙар автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгес-гүзәл зат ҡайҙа эшкә бара тиһегеҙме? Уларҙы автосалонға менеджер һәм АЗС-ҡа оператор итеп алалар.
Уҡыусыларҙың буш ваҡыты файҙаға үтһен өсөн педагогтар ныҡ тырыша. Яҡты һәм иркен китапхана бар. Һау-сәләмәт тормош алып барыусылар спорт залына йыйылып, баскетбол, волейбол уйнай. Әйткәндәй, егеттәрҙең яратҡан урыны — тренажер залы. 2012 йылда училище вәкилдәре республика буйынса спартакиадала һигеҙенсе урынды яулаған.