Тәтешлелә йәшәү йәтешме?13.12.2014
Тәтешлелә йәшәү йәтешме? Республикабыҙ райондары бер-береһенә оҡшаш та, айырыла ла. Әйтәйек, кемдер үҫемлекселектә алдынғылыҡты бирмәһә, икенселәр малсылыҡта һынатмай, шулай уҡ урмансылыҡ, йәшелсәселек, умартасылыҡ буйынса ла ярайһы уңыштарға өлгәшкәндәр етерлек. Пермь крайы менән сиктәш кенә ятҡан Тәтешле районында ла йәшәйеш үҙенсә дауам итә. Ҡатмарлы климат, киҫкен һауа шарттары уларға ауыл хужалығын йылдам алып барыу өсөн кәртә түгел.
Етеш йәшәгәндәрен ҡарап, күҙәтеп йөрөнөк. Баҡтиһәң, был тәңгәлдә шаҡтай уңышҡа өлгәшкәндәр, сөнки тәүәккәлдәр, ныҡышмалдар, өлгөрҙәр.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рушан Ҡәҙим улы ГӘРӘЕВ менән әңгәмә ҡорғанда ла ошо фекерҙәрҙең раҫлығына инандым.

– Быйылғы йыл мәҙәниәткә бәйле ваҡиғаларға иҫ киткес бай булды, иҫтәлектәр һәр беребеҙҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Исемле йыл Тәтешлелә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
— Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йола­һын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн төбәктә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Яҡташ­тарыбыҙ буш ваҡытын ҡайҙа уҙғара? Ошо турала ла онотмайбыҙ. Биләмә-ара мәҙәни-ял үҙәге, район китапханалар системаһы, балалар музыка мәктәбе, Ғәли Соҡорой музейы филиалын үҙ эсенә алған тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы һәм башҡа ял учреждениелары — тәтешлеләрҙең яратҡан урыны. Әйткәндәй, тиҫтәнән ашыу милләт татыулыҡта ғүмер кисерә. Район кимәлендә ниндәй сара үтә, бөтәһе лә уларҙың дәррәү ҡатнашлығында ойошторола. “Умырзая” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле сәхнәгә сығып моңло йыр һуҙғанда, күңелдән тарих төпкөлөнә сәфәр ҡылаһың, татар төркөмө “Науруз” күрһәткән театрлаштырылған тамаша уйландыра ла, әҫәрләндерә лә, “Шулдыр жыт” удмурт коллективының сығыштары һәр саҡ хайран итә, шулай уҡ башҡалар ҙа һынатмай.
Бәрәкәтле Тәтешле ере йыл да үҙенә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы йыя, ул традицияға әйләнде. “Тыуған ауылым” байрамы ауылдарға йәм һәм ҡот индереү йәһәтенән шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйә.
Сейәле тау, йүкә урманы,
Бәпкә үлән баҫҡан урамы,
Ҡышҡы көндөң һалҡын бураны,
Мин ошонда, дуҫтар, тыуғанмын...—
тип тиккә генә яҙмаған күренекле яҡташ шағирыбыҙ Әнғәм Атнабаев!
Быйыл балалар моделле китапханаһы республика­быҙҙа иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы тип танылды, үҙ сиратында 100 мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләнде. Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы директоры Айһылыу Шәрифйәнова ла ҙур премия алды.
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡала­һы” тип аталған республика марафонына ла бик етди әҙерләндек. Февралдә Ҡал­тасы районынан килгән делегация алдында “Мәҙәниәт – кеше күңеленең утра­уы” исемле концерт ҡуйҙыҡ, ә мартта эстафетаны ут күршеләребеҙ – асҡын­дарға тапшырҙыҡ.
Ҡыҫҡаһы, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи һәм шулар һымаҡ бихисап таланттарҙы биргән Тәтешлелә мәҙәни тормош гөрләй.
– Йәшерен-батырын түгел, ауылда эш булмағанлыҡтан ирҙәр сит тараф­тарға ағылыуын да­уам итә. Ә бына ҡайҙалыр сыҡмайынса ла бәхетен үҙ ерендә тапҡандар иһә һоҡландыра. Улар эшҡыуарлыҡҡа тотона, кәрәкле һәм файҙалы шөғөл таба. Рушан Ҡәҙим улы, был тәңгәлдә һеҙҙә үҙгәрештәр бармы?
– Төбәктә иҡтисадты ауыл хужалығы һәм сауҙа тармаҡтарынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ табышлы эшләй. Бынан тыш, йүнселдәр халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә, тауар етештерә, йорттар төҙөй.
Беҙ үҙ эшен асырға теләк белдереү­селәрҙе һәр саҡ ҡуш ҡуллап ҡабул итәбеҙ, төрлө файҙалы кәңәштәр бирәбеҙ, кеше бер урында тапанмаһын йәки уйынан кире ҡайтмаһын өсөн хәстәрлек күрәбеҙ. Йүнселдәр күп булған һайын район өсөн дә отошло. Күптәр уларҙа үҙҙәренә эш урыны тапҡан, үҙ сиратында социаль йәһәттән яҡланған.
2014 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнгән туғыҙ субъекттың төп капиталына һалынған инвестиция күләме 380 миллион һум тәшкил итте. Төҙөлөш ойошмалары тарафынан килешеү нигеҙендә бойомға ашырылған эш күләме 278 миллион һумға етте.
– Ә ауыл хужалығы тармағында ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләр бармы?
– Тәтешле ауыл хужалығы тармағы элек-электән яҡшы үҫешкән район булараҡ дан тота. Бөгөн мал һанын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны арттырыуға өлгәштек хатта. Бынан тыш, сәсеүлек майҙанын кәметеүгә лә юл ҡуйманыҡ. Быларҙың бөтәһе лә — көндәлек хеҙмәт емеше. 2008 – 2014 йылдар арауығында хужалыҡтар дүрт тиҫтәнән ашыу базаға реконструкция үткәрҙе (заманса һауын аппараттары, һөт һыуытҡыс һәм автомат­лаштырылған аҙыҡ таратҡыс ҡуйылған). Ауыл хужалығы предприятиелары ферма­ларҙы яңыртыу эшен уңышлы дауам итә. “Агро-Танып”, Әмиров, Рассвет һәм Крупская исемендәге хужалыҡтар — шуға асыҡ миҫал. Киләсәктә лә һөт етештереү һәм уны һатыуҙа алдынғы булырбыҙ тигән ышаныс көслө.
Үҫемлекселек тармағында ла ең һыҙ­ғанып эшләйбеҙ. Быйыл 25,6 мең гектар майҙанға иген культуралары сәскәй­нек, бөтәһе 38,8 мең тонна ашлыҡ йыйып алдыҡ. Гектар ҡеүәте 15,3 центнер тәшкил итте. Мал аҙығы мул тупланды: 14 мең тонна бесән, 62 мең тонна сенаж, 109 мең тонна силос һалынды, һәр шартлы баш малға 32 центнерҙан ашыу аҙыҡ берәмеге тура килә. Ерҙе туңға һөрөүҙе уңышлы атҡарҙыҡ, 6,5 мең гектар ергә ужым сәстек.
– Бөйөк мәғрифәтсе Мәхмүт Ҡаш­ғари, бәхет билдәһе – белем, тип әйтеп ҡалдырған. Быға эйәрһәк, балаға бәләкәйҙән белемде мөмкин тиклем күберәк һәм төплөрәк бирергә кәрәк, тимәк...
– Һәр ауылда мәктәпкәсә белем бирел­һен тигән уй менән янабыҙ. Мәҫәлән, 2013 йылда Бәҙрәш (30 урынлыҡ) һәм Яңы Ҡайпан (25 урынлыҡ) ауылдарында бәләкәй комплектлы балалар баҡсаһы асылды. Ә Бүл-Ҡайпан, Түбәнге Балтас, Шулған һәм Яңы Тәтешле ауылдарындағы мәғариф учреждениелары киңәйтелде, яңыртылды. Һөҙөмтәлә төбәктә балалар баҡсаһына сират һиҙелеп кәмене. Балалар баҡсаһы тигәндән, хәҙер ата-әсәләр сабыйҙары тыуғас, шәхес танытмаһын, бүтән документтарҙы юллағандың иртә­гәһенә үк электрон сиратҡа баҫа ала.
Шул да мәғлүм булһын: районда бөтәһе 77 дөйөм белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә. Уҡыусылар һаны – 3 меңдән ашыу, балалар баҡсаларында 1 400 тирәһе сабый тәрбиәләнә. Белем усаҡта­рында башҡорт, татар, удмурт, мари телдәре өйрәнелә. Малай һәм ҡыҙҙар заман менән бергә атлаһын өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙы­рылған. Йәмғеһе 560 компьютер бар, туғыҙ балаға бер заман техникаһы тура килә.
Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – һәләтле балалар менән өҫтәмә эшләү. Ул нимәнән ғибәрәт? Балаларҙы олимпиа­даларға мөмкин тиклем йышыраҡ йөрөтөү яғындабыҙ. 2013/14 уҡыу йылында меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай төрлө йүнәлештәге бәйгеләрҙә ҡатнашты.
– Төбәктә спортҡа булған ҡараш тураһында ла белге килә...
– Милли көрәште үҫтереү өсөн тыры­шабыҙ. Бәләкәйҙән малайҙарҙы рухлы итеп тәрбиәләү – төп маҡсатыбыҙ. Шулай уҡ хоккей, теннис, волейбол, баскетбол, футбол уйындарына ла ваҡыт күп бүленә. Районда барлығы 141 спорт ҡоролмаһы бар, һәр кем күңеле һөйгәнен һайлай ала.
Спорт саралары даими уҙғарыла. Үрге Тәтешлелә “Планета спорт” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан халыҡ өҙөлмәй. Йыл һайын хакимиәт башлығы призына арналған төбәк-ара көрәш уҙа. Унда, республикабыҙҙан тыш, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан, шу­лай уҡ Свердловск өлкәһенән 200-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнаша. Оҫта көрәшсе Ру­с­­лан Зарифйәнов Рәсәйҙең спорт мастеры исемен алды, шулай уҡ Илсаф Хәйруллин, Айнур Зарафиев, Радик Вәсбиев иһә – спорт мастерлығына кандидаттар.
– Рушан Ҡәҙим улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Вернуться назад