Әрһеҙ түрәгә ҡарар сыҡты13.12.2014
Белорет прокуратураһы судтан республика урман хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Максимовтың урман паркы биләмәһендә рөхсәтһеҙ һалған ҡаралтыларын һүтеү тураһындағы ҡарар сығартыуға өлгәште.
Николай Максимов Ар ташы ауылы эргәһендәге урманда 15 сутый ерҙә ике ҡатлы йорт һәм мунса төҙөгән. Былтыр февралдә министрлыҡ уға был участканы ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн бушлай биреү тураһында килешеү төҙөгән. Прокуратурала әйтеүҙәренсә, урман паркын ауыл хужалығы эштәре һәм капиталь төҙөлөш алып барыу өсөн файҙаланыу ҡануниәт менән тыйыла.
Суд эше барышында Урман хужалығы министрлығы ерҙе ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн файҙаланыуҙы законлаштырыу маҡсатында регламентты ике тапҡыр үҙгәртә. Әммә прокуратура ойошманың законһыҙ ғәмәлдәренә ваҡытында кәртә ҡуя. Әле йортто һүтеү контролгә алынған.