Алмағастар сәскәгә күмелер...13.12.2014
Республика халҡын уңыштары, яңынан-яңы үрҙәр яулауы менән һөйөндөргән “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына документаль проект әҙерләй. Фильм Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылынан Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовтың тормошона һәм изге теләгенә бағышлана.
Ҡаһарман алмағас баҡсаһы үҫтерергә хыялланған. Ләкин теләге тормошҡа ашмаған: фронтҡа ебәрелгән егет 19 йәшендә Румынияның Яссы ҡалаһы янында батырҙарса һәләк булған. Советтар Союзы Геройы исеме уға 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелгән. Был хаҡта мәғлүмәтте Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вахитов туплаған.
“Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, йыл башында улар Рәсәйҙең Румыниялағы илселегенә үҙ ниәтен белдергән. Һөҙөмтәлә Хәсән Әхтәмовтың ерләнгән урыны асыҡланған, илселектең беренсе секретары Юрий Матвейчук батырҙың исемен Рәсәй яугирҙәре ҡәберлегенең мемориаль диуарында мәңгеләштерергә тәҡдим иткән. Телеканал хеҙмәткәрҙәренә Румынияла фильм өсөн күренештәр төшөрөп алыу ғына түгел, ә Яссы ҡалаһында Хәсән Әхтәмов исемендәге алмағас аллеяһы булдырыу мөмкинлеге лә тыуған. “Тамыр”ҙар проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға ҙур рәхмәтле.
– Хәсән Әхтәмовтың хыялын тормошҡа ашыра алыуыбыҙға әле һаман ышана алмайым, – ти Фәрит Вахитов. – Шул ҡәҙәр ҙур, әһәмиәтле эш башҡарған, тарихыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе хөрмәт иткән “Тамыр” телеканалы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!