Кремль китапханаһында һаҡлана13.12.2014
Кисә, 12 декабрҙә, дәүләт байрамы — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө билдәләнде. Ул 1993 йылда бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде.

Был документҡа күп кенә төҙәтмәләр индерелгән. Һуңғылары араһында — ил Президенты һәм Дәүләт Думаһы вәкәләттәре сроктары тураһындағы положениелар. Бөгөн төп документтың «беренсе данаһы» Кремлдә Рәсәй Пре­зидентының китап­ханаһында һаҡлана.
Элегерәк 12 декабрь рәсми ял көнө булып иҫәпләнде. Әммә 2004 йылдың 24 декабрендә Дәүләт Думаһы Рәсәй Хеҙмәт кодексына байрам календарын үҙгәрткән төҙәтмәләр ҡабул итте. Законға ярашлы, хәҙер 12-һе эш көнө тип һаналып, илдең иҫтәлекле даталары исемлегенә индерелде.
Кисә Башҡортостанда тантаналы саралар, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө уҙғарылды. Байрамдарҙың береһе Башҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан юғары уҡыу йорттарында үткәрелде. Барлыҡ ил буйынса йәштәр Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын төрлө телдәрҙә ятлап, видеоға төшөрөп “Бәйләнештә” селтәренә һалды. Ошо бәйгелә ҡатнашҡан иң-иңдәр, йәмғеһе утыҙ кеше, флешмоб ойошторҙо. Улар шиғырҙарын башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт, сыуаш, грузин, инглиз һәм француз телдәрендә һөйләне. Йәштәргә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Йомабикә Ильясова, Николай Самойленко ла ҡушылды.




Вернуться назад