Министрлыҡта — яңы урынбаҫар13.12.2014
Руслан Хәбибов республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Руслан Таһир улы Хәбибов 1974 йылда Һамарҙа тыуған. 1996 йылда — Пермь хәрби авиация техник училищеһын, 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
2013 йылдан алып әлегә тиклем республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары булып эшләне. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ул йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен көйләйәсәк.


Вернуться назад