Баш табиптарға эш бүлмәләренән сығырға ваҡыт13.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов медицина ойошмалары етәкселәре, ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары менән осрашты.
Төбәк етәксеһе муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы баш табиптарҙың эшен тәнҡитләне, шулай уҡ үлем күһәткесен кәметеү, хеҙмәт сифатын яҡшыртыу йәһәтенән бурыстарҙы билдәләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау системаһы — ҡорамалдар менән йыһазландырыу, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү кимәле буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта өлкәлә проблемалар байтаҡ. Уларҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк.
Был хаҡта гәзиттең алдағы һанында уҡығыҙ.