Әүҙемерәк булырға кәрәк13.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары советтары рәйестәре менән осрашты. Төбәк башлығы республиканың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләп, сәйәси тормошта әүҙемерәк булырға саҡырҙы, өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.
Рөстәм Хәмитов быйыл үткән һайлау кампанияһында халыҡтың власть органдарына ышаныс белдереүен, әммә муниципалитеттарға күп йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә кәрәклеген билдәләне. Инвестициялар йәлеп итеү, муниципаль милек менән сифатлы идара итеү, торлаҡ төҙөлөшөн, агросәнәғәт комплексын, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өлкәһендә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең байтаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Президент көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә – демографияға туҡталды. Уның билдәләүенсә, һуңғы өс-дүрт йылда төбәктә тыуым арта, шулай ҙа райондарҙа хәл киҫкен ҡала. Республика етәксеһе үлемде кәметеү буйынса саралар күреүҙе талап итте.
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.
(Сығыштың тулы тексы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин).