Ҡыҙҙырылған тауыҡ13.12.2014
Ҡыҙҙырылған тауыҡ Һеҙгә бер тауыҡ, бер стакан аҡ шарап, бер стакан ҡуйы һөт өҫтө, ҡурыу өсөн аҡ май, ваҡлап туралған петрушка, тоҙ һәм борос кәрәк.

Эре киҫәктәргә турап, тоҙ, борос ҡушылған тауыҡ итен майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ, тик ул ҡыҙарып өлгөрмәҫкә тейеш. Ҡурыуҙы тамамлар алдынан таба ҡапҡасын ябып ҡуйырға була, был саҡта ит көйөп китмәҫ. Шунан майҙы түгегеҙ ҙә табаға шарап ҡойоғоҙ. Һыуы парға әйләнеп бөткәнсе тиерлек тотҡас, уға һөт өҫтө, тәмләткестәр ҡушып, болғай-болғай һүрән генә утта бер аҙ тотоғоҙ. Ошо соусты тауыҡ өҫтөнә ҡойоғоҙ, петрушка һибегеҙ.


Француз салаты

Тауыҡ ите, грек сәтләүеге, алма, сыр, һуған, майонез алына.

Иң аҫҡа дүңгәләкләп киҫелгән һуған маринады һалынһа, уның өҫтөнә, ваҡ ҡына итеп турап, бешкән тауыҡ ите теҙелә, майонез яғыла. Артабан — грек сәтләүеге ҡатламы. Уның өҫтөнә — йәнә ма­йонез. Шунан һалам кеүек туралған алма һәм тағы майонез кәрәк. Ә иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибергә онотмағыҙ.

“Ҡышҡы йондоҙҙар” печеньеһы

Ҡамыр өсөн ике йомортҡа һарыһы, 60 грамм шәкәр вағы, 200 грамм он, 200 грамм аҡ май, ярты лимондың цедраһы кәрәк.

Аҡ майҙы йәки маргаринды ваҡлап турап, онға, шәкәр вағына, йомортҡа һарыһына, булһа ваҡланған лимон ҡабығына әүәләгеҙ. Ҡа­мырҙы һалҡынға ҡуйып һауытып алығыҙ, сама менән 0,5 сантиметр ҡалынлығында йәйегеҙ һәм формалар йәки бысаҡ менән өйрәк, ҡуян, йөрәк кеүек итеп ҡырҡҡылағыҙ, майлы табаға һалып, өҫтөнә баяғы майлы-шәкәрле массаны һөртөгөҙ. Печеньены бигүк эҫе булмаған духовкала (мейестә) бешерегеҙ.


Вернуться назад