Иҫке йылды оҙатып13.12.2014
Хуш, иҫке йыл, һин дә юғалаһың,
Япраҡ кеүек өҙөлөп, ғүмеремдән.
Мин боролоп-боролоп ҡарайым да,
Һин яҡын да кеүек, түгелһең дә...
Һин алыҫ та кеүек, түгелһең дә...
Мин көндәрем буйлап түгелдем дә,
Мәрйен йыйған кеүек, йыйҙым наҙын,
Һағыштарын елгә осорҙом мин,
Үҙем менән алдым бик-бик аҙын:
Хәтирәләр һинең менән бәйле,
Осто, осто,
Осто әйлән-бәйлән.
Ҡайғыларым булып ҡарайтма тик,
Шатлыҡтарым булып йырға әйлән.
Хуш, иҫке йыл,
Мин ҡәнәғәт һинән.
Минән риза булһын яҡындарым.
Аҡ өмөттәр менән оҙатҡан йыл
Хәтер төпкөлөндә ялҡынланһын!


Вернуться назад