Шыршы ҡупшы rейенгән13.12.2014
Шыршы ҡупшы rейенгән Яңы йыл байрамын шыршынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Бигерәк тә балалар уны ярата, ҡуйғанды көтөп ала.

Башҡортостандың Урман хужалығы министр­лы­ғының матбуғат хеҙмәтенән хә­бәр итеүҙәрен­сә, быйыл республикала бө­тә­һе 143 мең шыр­шы, аҡ шыршы сауҙа нөктәләренә сыға­ры­ласаҡ. Мәҫәлән, Белорет урман хужалығынан – 18 мең, Йылайыр ур­ман хужалығынан 15 мең ағас байрам майҙандарын биҙәйәсәк.
Бер нисә көн элек шыршы баҙарҙары эш башланы. Баш ҡалала ғына уларҙың һаны 130-ға етәсәк.
“Өфө урманы” предприятиеһының кү­мәр­тәләп һатыу хаҡтарына ҡарағанда, 1,8 метрлыҡ шыршы 180 һум тора, ә ошо уҡ оҙонлоҡтағы аҡ шыршы – 250 һум. Ике метрлыҡ шыршы өсөн – 300, аҡ шыршыға 450 һум һорайҙар. Әммә ваҡлап сауҙа итеү хаҡтары бөтөнләй икенсе бу­ласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың хатта ике-өс тапҡырға артыуы ихтимал. Шуға байрамдың төп биҙәген алдан һатып алыу хәйерлерәк.


Вернуться назад