Уны рух йәшәтә. Айыҡ аҡыл, ихтыяр көсө, күңел йомартлығы менән һуғарылған рух. Мин уның бер ваҡытта ла буш һүҙ һөйләп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Эше менән алдырҙы һәм әле лә шулай. Ә нәтижәһе туған телгә, тыуған ергә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, ата-бабаларҙың аманатына һәм, әлбиттә, халҡына һөйөүҙә сағыла.
Иң мөһиме — был һыҙат уның үҙендә генә йомолоп ҡалмай, тирә-йүндәгеләргә лә тарала, арҡаҙаштарын әсир итә, милләттәштәрен илһамландыра. Был рух уны йәшәртә лә кеүек. Һикһән йәштә лә уның йәштәргә биргеһеҙ дәртен, саялығын нисек аңлатырға башҡаса?! Ләлә апай Бейешева менән осрашҡан һайын ошо тойғолар тынғы бирмәй. Ирекһеҙҙән хатта көнләшеп тә ҡуяһың. Хәйер, был хис бер мине генә хушһындырмай — Ләлә апайҙың баш ҡаланың Дим районы уҡыусылары, уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуынан һуң быға тағы бер инандым.
Байрам кисәһен билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов асты. Күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәлткән моң даръяһы юбилярҙың бар булмышын ҡойоп һалды кеүек. Һикһәндә лә ҡыҙҙарға биргеһеҙ күркәм, йәштәрсә дәртле, заманса фекер йөрөтә... Сәбәбен иһә көслө ихтыярға, яҡшы эштәргә, тормошҡа ыңғай ҡарашҡа ҡайтарып ҡалды ҡунаҡтар. Ғөмүмән, был көндә яҡшы һүҙҙәр, изге теләктәр күп әйтелде. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла Ләлә апайҙың башҡорт телен, милли матбуғат сараларын, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне. Уның бөгөн дә “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенә етәкселек итеүе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған бер саранан да ситтә ҡалмауы, милли матбуғат сараларын пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашыуы ғына ла күпте һөйләй.
Осрашыу йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Күренекле артистар менән бер рәттән сәхнәгә мәктәп уҡыусыларының да күтәрелеүе сараға йәм өҫтәне. Хәйер, Ләлә апайҙың ҡаҙанышы ине был. Тел, ил тип янған ил инәһенең ғүмер байрамын ҡумыҙһыҙ, ҡурайһыҙ, балаларһыҙ күҙ алдына килтереп буламы ни? Әйткәндәй, байрам кисәһе бик матур ойошторолғайны. Өфө ҡалаһының Дим районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, М. Шайморатов исемендәге 104-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Буранғолованың тырышлығы менән осрашыу фәһемле лә, файҙалы ла, күңелле лә үтте. Уҡыусылар Ләлә апай Бейешева хаҡында бик күп мәғлүмәт алды, уның тормошо, ижады менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та алды.
— Әҙәм балаһының ниндәй тормош юлы үтеүен йәшкә ҡарап түгел, йөрәккә ҡарап билдәләйҙәр. Иң мөһиме — йөрәк менән ҡартаймайыҡ, — тип таралышты матур байрамда ҡатнашыусылар.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.