2015 йылдың хужаһы — Зәңгәр Ҡуй. Көнсығыш календары буйынса ул 19 февралдә генә “хакимлыҡ” итә башлаһа ла, тап Яңы йылды ҡаршылағанда төрлө ырымға ышанғы килә. Бәлки, улар беҙгә бәхет, шатлыҡ килтерер, ҡыҫҡаһы, һәммәбеҙҙең уй-теләген бойомға ашырыр? Бына уларҙың бер нисәүһе.
lҮткәндәр тураһында рәхмәт, изгелек хистәре менән уйланһағыҙ, киләһе йыл да һеҙгә тик яҡшылыҡ килтерер.
l31 декабргә тиклем бурыстарҙан ҡотолоу хәйерле.
lБайрам алдынан кеҫәлә аҡса (ҙур купюра булһа, бигерәк яҡшы) йөрөтһәгеҙ, киләһе йылда мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.
lБайрам өҫтәле алдынан нимәнелер ватыу насарға икәнлеген онотмағыҙ.
lИң мөһиме — Яңы йылды шатлыҡ-ҡыуаныстар, һөйөү хистәре менән көтөгөҙ. Зәңгәр Ҡуйҙы ҡаршыларға әҙерләнә башлайыҡ.
lШотландияла йылдың һуңғы секундтарында ишекте шар асып ҡуйыу ғәҙәте бар. Йәнәһе, шулай итһәң, иҫке йыл оҙатыла, яңыһы индерелә.
lБирма халҡы Яңы йылды апрелдә, тропик ямғырҙар бөткән ваҡытта, байрам итә.
lИндонезияның Бали утрауында яңы йыл йыш килә, сөнки йылдың оҙонлоғо 210 ғына көн. Байрамдың төп билдәһе – төрлө төҫтәргә буялған дөгө.
lФинляндияла кейәүгә сығырға теләгән ҡыҙ Яңы йыл төнөндә, ишеккә арты менән тороп, яурыны аша туфлийын ташлай. Әгәр туфлиҙың башы ишеккә ҡарап төшһә, ошо йылда туйҙы көт.
lКамбоджала ҡар яумай, көндәр һалҡынаймай. Шуға унда Ҡыш бабай юҡ. Ә бына Эҫе бабай бар.
lОшондай уҡ сәбәп арҡаһында Австралиялағы Санта-Клаус та бүләктәре тултырылған тоғон йөкмәп диңгеҙ буйлап гидроциклда елдерә.
lПетардаларҙы, фейерверктарҙы кем уйлап сығарған тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ҡытайҙар. Улар борон шулай яуыз рухтарҙы ҡыуған.
lӘ Болгарияла төн уртаһында утты һүндерәләр. Шул мәлдә бер-береһен үбәләр.
lКубала байрам алдынан бөтә һауыт-һабаға һыу тултыралар ҙа урамға сығарып түгәләр, гонаһтарын йыуалар, йәнәһе.