Шаһит булдым...13.12.2014
Шаһит булдым... “Йөрәгемде һеҙ­гә илтәм” тигән йыйынтыҡты уҡып сыҡҡас, иманым камил, шиғырҙар күңелегеҙгә мотлаҡ хуш килгән булыр­ға тейеш! Хуш килеү генә түгел, байтаҡ урындары тәрән уйҙарға һалғандыр, йәнегеҙҙе тетрәткәндер, хистә­регеҙҙе өтөп баҙлатҡандыр — һәр хәлдә битараф ҡалдырмағандыр. Моғайын, фани донъяла ғафил булып (“үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын” тип кенә) ғү­мер һөрөргә ярамағанлыҡты, матурлыҡ өсөн, тормош өсөн сәмләнеп, фиҙакәр көрәшеп йәшәргә кәрәклекте бөтә асылығыҙ менән тойғанһығыҙҙыр. Шиғырҙарҙың төп маҡсаты, төп тәғәйенләнеше лә — нәҡ шунда ла баһа! Кем һуң ул ошо китапты ижад иткән Рәшит На­заров?
Тәбиғи, бындай һорауҙы иң элек йәш милләттәштәребеҙ бирер, сөн­ки улар­ҙан өлкән быуын кеше­ләре (беҙ­ҙең ҡор­ҙаштар һәм ағай­ҙар йәки апай­ҙар), үҙҙәре уҡыпмы, башҡа­ларҙан ишетепме, Рәшит На­заровтың исемен белә, әле лә иҫләй.
Шағирҙың ҡыҫҡаса биографик ­мәғ­лү­мәттәре түбән­дәгесә. Рәшит Сә­йет­баттал улы Назаров 1944 йыл­да Ауырғазы районының Төрөм­бәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй, 1963 йылдың аҙа­ғынан алып 1966 йыл­дың башына саҡлы армияла һалдат хеҙмәтен атҡара.
Ижадына ҡағылышлы мәғлүмәт­тәр ҙә ҡыҫҡа ғына. Рәшит Наза­ровтың шиғыр­ҙары, нәҫерҙәре, хикәйәлә­ре рес­публика матбуға­тында 1962 йылдан ба­ҫылып килде. 1965 йылда уның “Таңды ҡаршы­лау”, ә 1970 йылда “Ҡояш юлы буйлап” тигән шиғыр китап­тары донъя күрҙе...
Эйе, аңлы тормош юлы ла, ижад юлы ла Рәшиттең бигерәк ҡыҫҡа булды шул. Мәңгелек ғаләм аҫтын­да сәйер донъяға һоҡланып бағып, ел иҫкәнгә, ҡош тал­пынғанға, ағас­тар япраҡ ярғанға ҡыуанып ҡарап, ул ни бары 21 йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормошта йәшәй алды, шул арауыҡ­тың да ни бары көсөргә­нешле биш, уҙа-барһа алты йылын тотошлай ижад эшенә — шиғриәткә арнарға өлгөрҙө. Шағир ғүме­ренең ҡалған өлөшө иһә... ҡараңғылыҡҡа убылды, йы­рып үтке­һеҙ томанға сорналды. 1966 йылдың яҙынан бирле дауаханала ята-сыға дауа­ланып йә ауырыуҙар өсөн махсус ярҙамсыл хужалыҡта эшләп, ул икһеҙ-сикһеҙ яфалар кисерҙе. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем инвалид­тар йортонда көн итте.
“Ағиҙел” журналының 1962 йыл­ғы бер һанында Рәшит Назаровтың тәүге шиғырҙар шәлкеме баҫылып сыҡҡас, улар, яҡшы хәтерләйем, шиғриәт һө­йөүселәргә аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте. “Аяҙ көндә йәшен атыу” тип әйтеү халыҡ телендә күбе­һенсә ыңғай сифатта ҡулланылмай, мәгәр – “көтөл­мәгәнсә”, “ниһайәт” ти­гәнде аңлатып бирер­лек тағы ла бәҫ­лерәк сағыш­тырыу табыуы ҡыйын миңә, шуға ла был осраҡта “йәшен атыу” һүҙ­бәйләнешенә иң кәттә, иң изге мәғәнә һалам. Эйе, Рәшит күктәр булып күк­рәне лә кешеләрҙең яңы һүҙгә, яңы шиғырға сарсаған күңе­ленә шифалы йәшен, сафлан­дырғыс ут йомғағы төҫлө атылып килеп инде. Ул йылдарҙа, ҡайҙа ғына барма, Рәшит­тең шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр ине, ул заманда шиғриәт илендә байрамдар йышы­раҡ яһала торғайны:
Мөхәббәт — ул, әйтерһең дә,
утлы йәшен,
Һанап-һорап тормай
һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай
ҡартын-йәшен,
Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр,
ҡас һин, йәшен!
Ҡоя күрмә тик аҙаҡтан
күҙең йәшен!
Мөхәббәт — ул, әйтерһең дә,
утлы йәшен.
(“Йәшен”).
Ана бит, Рәшит тә “йәшен” тигән төшөнсәгә ниндәй мөҡәддәс йөк­мәтке төйнәгән: мөхәббәтте йәшенгә тиң­ләгән! Шулай инде, теләй икән, һүҙҙең бөтөнләй икен­се – ғәҙәти күҙгә салын­маҫ төҫмөрөн гөлтләтеп ебәрә шағир: сәсән әҙәмдең ҡөҙрәте тиңһеҙ!
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма,
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?
Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.

Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа, —
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ — минең йөрәк.
Тик инде ул бейегерәк!
(“Йөрәк”).
Башҡорт ере, ана шулай, яңы даһи тыуҙырҙы. Рәшит Назаров хал­ҡыбыҙ рухының биниһая-бихисап мөмкин­лектәр­гә, асып бөтөргө­һөҙ матурлыҡ­тарға бай икәнлегенә йәнә бер тапҡыр ҡайнар иҫбат булып бал­ҡыны... Йәш шағирҙарҙың республика семинарында (1962 йыл) Рәшиттең шиғыр­ҙарын тыңла­ғас, Назар Нәжми Яҙыу­сы­лар сою­зы идараһының коридоры буйлап: ”Талант табылды! Талант табылды!”— тип ҡысҡырып йөрөгән, тиҙәр. Дөрөҫтөр, билләһи, дөрөҫ­төр! Ким Әхмәтйәновтың һөйлә­гәне лә һаман иҫтә: семинар аҙағында Рәшит Назаров менән бергә фотоға төшөүҙе ҙур мәртәбәгә һанап, Баш­ҡортостандың иң күренекле әҙиптә­ре теҙелешеп баҫ­ҡан, юғары түрәлек вазифаһы башҡарған бер яҙыусы иһә, үҙ галстугын сисеп, ун һигеҙ йәшлек кенә ябай ауыл малайының муйынына таҡҡан! Шул түгел инеме икән йәш даһи алдында баш эйеү, уны та­ныу, уны ололау?!
Рәшит, беҙҙең кеүек, минең һәммә ҡәләмдәш тиҫ­терҙәрем, йәш шағирҙар һымаҡ, өйрәнселек осорон бел­мәне (һәр хәлдә быны беҙ тойманыҡ), уның яҙғандары йәмә­ғәт­селеккә инде өл­гөр­гән әҫәр — шиғриәттә өр-яңы һүҙ рә­үешендә етә торҙо. Ярайһы уҡ ситтә, Тө­рөмбәттә, йәшәгән кеше менән ул саҡтарҙа беҙ берҙәй хистә яндыҡ, берҙәй һулыш алдыҡ, алыҫтан тороп беҙ уны бар йөрәгебеҙ менән яраттыҡ. Рәшит Назаров беҙ­ҙең бай­раҡсыбыҙға, беҙҙең юл башлау­сыбыҙ­ға әйләнде. Билдәле ки, исма­һам, уны күреп аҙ ғына булһа ла һөйләшергә, уның менән “тел вә лөғәт алмашырға” ине, тип хыял йөрөттөк...
Хәтеремдә, Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып йөрөгән сағымда, 1963 йылдың сентяб­рендә, I курс студенттары исем­легендә Назаров тигән фами­лияны күреп һағайып ҡалдым: “Әллә был Рәшитме икән? Ә ниңә, Рәшит булыуы бик тә мөмкин бит! Унынсыны ул күптән бөтөргән — ни эшләп әле уға баш­ҡорт филология­һы факультетына инеп уҡы­маҫҡа?!” — тип уйлайым. Ҡыҙыҡ­һынып, фамилия эйә­һен йәһәт кенә эҙләп таптым: Фәрит Назаров булып сыҡты, Тө­рөм­бәттән, Рәшиттең икеме-өсмө ту­ға­ны... Шул минуттан башлап бәй­лән­дем дәһә тегегә: “Алып бар ми­не Төрөмбәткә!” — тим. (Рәшит менән мин ул ваҡытта бер-бере­беҙгә йылы-йылы хаттар яҙы­ша инек).
Шулай бер шәмбелә, тәүәккәлләп, Төрөмбәткә киттек. Ауылға ҡуйы эңер төшөүгә генә барып еттек. Фәриттең ата-әсәһе, тамаҡ ялғап алығыҙ, тип ҡыҫтаһа ла, тышта төн булһа ла: “Әйҙә, Рәшиттәргә барып киләйек!” — тип ныҡыштым. “Үтә һуң бит”, — тип уҙа­ғым тәүҙә ҡаршы төштө, тик аҙаҡтан ризалашты. Мин иһә үҙемсә аҡландым: “Уларға инеп тормабыҙ, өйҙәренә генә яҡындан күҙ һалырбыҙ”, — тим.
Фәриттең аңлатыуынса, Рәшит­тәр йортон яңынан һипләй икән: ҡараң­ғыланған офоҡ һыҙатында ҡупта­рып алынған ҡыйыҡ атламалары ғына тоҫмаллана. Ҡап­ҡа асыҡ. Ихата тү­рен­дәге аласыҡта ут бар.
Шым ғына барып, ҡорғанһыҙ тәҙ­рә аша күҙ таш­лайбыҙ. Юлдашым, ҡола­ғыма шыбырлап: “Ана, Рәшит ниҙер яҙа, ахыры”,—тип ымлай, кәрәсин шәме яҡты­һында һике өҫтөндә бар донъяһын онотоп аҡ ҡағыҙға төбәлеп ултырған берәүгә күрһәтә. Мин, бөтә диҡҡә­темде туплап, уға ҡарайым...
Аласыҡ эсендә һыуыҡ, буғай: егет һырма фуфай­каһын иңбашына һал­ған. Аҡ ҡағыҙҙан күҙен алмай. Дәфтәр бите буйлап ҡәләмен йүгер­тә лә йәнә тынып ҡала. Эргәһендә, һикенең буйынан-буйына, кемдәр­ҙер йоҡлап ята...
Бөгөн дә әле Рәшитте мин гелән генә тап шул ҡиә­фәтендә хәтеремә төшөрәм: шағир һил көҙгө төндә, хистәрен ҡуҙ итеп үртәп, яҙа ла яҙа, яҙа ла яҙа... Юҡ, раҫлай алмайым шул мәлдә ул фәлән-фәлән шиғы­рын яҙған тип. Ләкин өҙөп кенә әйтәм: Рәшит ул төндә лә иң шәп әҫәрҙәренең береһен ижад иткән­дер. Эйе, бөйөк шиғриәттең ҡалай тыуыуына мин ша­һит булдым!



(Аҙағы бар).


Вернуться назад