“Был – Баймаҡ йөмһүриәте, Был – Баймаҡ ҡағанаты!”13.12.2014
“Был – Баймаҡ йөмһүриәте, Был – Баймаҡ ҡағанаты!” Башҡорт халҡының талантлы улы шағир Рәйес Түләктең тыуған төйәгенә барған һайын уның шиғырындағы ошо юлдар иҫкә төшә: “Был – Баймаҡ йөмһүриәте, был – Баймаҡ ҡағанаты!” Башҡорт төҫө, башҡорт еҫе аңҡыған, башҡорт йылғалары аҡҡан, башҡорт ҡайындары үҫкән был изге ерҙә ниндәй генә оһолло шәхестәр тыуып үҫмәгән! Батыр Вәлид, Нәжиб Иҙелбай, Абдулхаҡ Игебаев, Аҫылғужа Баһуманов, Буранбай Исҡужин, Салауат Галин, Мирас Иҙелбаев, Наил Ғәйетбай, Таңсулпан Ғарипова, Әхмәр Үтәбай кеүек башҡорт донъяһының арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарының рухи тамырҙары нәҡ ошо тупраҡтан һутлана. Яңыраҡ ҡына яҡташтары шундай ҙур таланттарҙың береһе Рәйес Түләктең тыуыуына 55 йыл тулыуҙы киң билдәләне.
Рухташыбыҙҙың тыуған көнөнә, икәүҙән өсәү яҡшы тигәндәй, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, ошо уҡ баҫманың яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов һәм мин юлға сыҡтыҡ. Әхмәр ағайҙың тыуған яғына ашҡынғаны һиҙелеп тора, юл буйына “ат”ын “ҡамсылап” бер булды. Әкиәттәгесә, күҙ асып-күҙ йомған арала Баймаҡ район китапханаһы алдына “тып” итеп килеп тә төштөк. Унда китапхана директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина ашъяулығын йәйеп тә ебәрҙе. Сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эскән арала китапхананың эше менән ҡыҙыҡһындыҡ.
“Был – Баймаҡ йөмһүриәте, Был – Баймаҡ ҡағанаты!”— Аллаға шөкөр, халыҡ китап уҡый, – ти Луиза апай. – Заман менән уҡыусының талаптары ла үҙгәрә. Уларға китапты еткерә бе­лергә кәрәк. Төрлө саралар ҡулланабыҙ. Күптән түгел шағирыбыҙ Рәйес Түләктең хә­тер кисәһенә арналған бәйгене төрлө ауыл­дарҙа үткәрҙек. Бөгөн – йомғаҡлау өлөшө.
Баймаҡтың таланттарға бай яҡ булыуын әйткәйнем инде. Бында миңә тағы бер һүҙ оҫтаһы менән танышырға насип булды. Ул Әкрәм Ҡәйепҡолов атлы сәсән булыр. Уны ла Әхмәр ағайҙың “арба”һына ултыртып алдыҡ. Уҡыусыны Әкрәм Ҡәйепҡоловтың фиғеле менән таныштырып китеү урынлы булыр: юлдашыбыҙ шуҡ теле менән шунда уҡ арбаны беҙҙе. Юу-уҡ, күп һөйләмәй ул. Бер-ике тос һүҙ менән сәптең үҙәгенә бәрә лә ҡуя. Рә­хәт­ләнеп көлөшөп алабыҙ. Ләкин уның һүҙ­ҙәре көлкө өсөн генә әйтелмәгәнен шәй­ләп, уйға сумаһың. Кәнфит ҡағыҙына төрөп дарыу ҡаптырған кеүек был.
Бәйге башланды. Төрлө ауылдан йыйыл­ған халыҡ Рәйес Түләктең шиғырҙарын уҡый. Билал ауылынан Заһит Ғүмәровтың “Ҡашмау” поэмаһын хисләнеп һөйләүен тыңлап, күҙҙәр­гә йәш төйөлдө, Йомаштан Наҙгөл Тойғонова­ның “Баймаҡҡа йыр”ынан ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек, Мерәҫтән Сыңғыҙ Вәлитовтың “Се­пейҙәр”е бала сағыбыҙға алып осто, Урға­ҙанан Юлиә Байсуринаның “Арал”ы фәл­сә­фәүи уйҙарға һалды... Эйе, Түләк ижадын тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Уның шиғырҙарынан ут ялҡыны бөркөлә, яуға сап­ҡан ат тояҡтарының осҡоно сәселә, таланған һәм рәнйетелгән еребеҙҙең иңрәүе ишетелә... Бәйгелә ҡатнашыусылар шул тетрәткес хис­тәрҙе тыңлаусыларға еткерергә тырышты. Улар шиғырҙы йөрәктәре менән ҡабул итеп, тамсыһын да сайпылтмай, йөрәктәргә һалды.
Дөрөҫ әйтә ағинәй Хөснә Әнүәр ҡыҙы Ҡылысбаева: “Йөрәгендә шиғыр йөрөтмәгән кеше ата-әсәһен, илен һөйә аламы икән?!” Әлбиттә, бәйгенең еңеүселәре лә була, ләкин мин бында исем-шәрифтәрҙе атап тормаҫҡа булдым. Шиғриәт тантана иткән ерҙә рухиәт­тән башҡа еңеүсенең булыуы мөмкин түгел! Беҙ иһә һоҡландыҡ, тетрәндек, ғорурландыҡ... Рәйес Түләк, иҫән булһа, уларға ҡарап түҙмәҫ, бейеп ебәрер ине, моғайын. (Берәй шат­лыҡлы хәбәр ишетһә, сабыйҙарса ҡыуа­нып бейей торған ғәҙәте бар ине уның). Туҡта, ни өсөн әле мин “ине” тип үткән заманда һөйләйем? Был юлы ла бейегәндер ул. Шат­лыҡ йәштәренә төйөлөп, шиғриәткә ғашиҡтар булыуына һөйөнөп, рухы бейегәндер шағир­ҙың!
“Был – Баймаҡ йөмһүриәте, Был – Баймаҡ ҡағанаты!”Хәтер кисәһенә йыйылған халыҡ Рәйес Тү­ләк тураһында иҫтәлектәрен һөйләне. Бергә уҡыған дуҫы Имаметдин Байрамғолов шағир­ҙың физика менән мауығыуы, аэросана эшләүҙәре хаҡында, Әнүзә Асҡарова Рәйес­тең Өмөтбай мәктәбендә уҡытыуы, ҡурай түңәрәге ойоштороуы хаҡында бәйән итте. Талантлы шағир Буранбай Исҡужиндың ҡатыны Хазина апай: “Рәйестең китабы һәр саҡ өҫтәлемдә ята. Уны уҡыған һайын уҡығы килә. Шиғырҙарының йәне бар”, – тине.
Артабан юл йомғағыбыҙ Әбделкәрим, 1-се Этҡол, Сыңғыҙ ауылдарына тәгәрәне. Был ауылдарҙа ла уҡыусылар менән осраштыҡ, бөхтә китапханаларҙы күрҙек, гөрләп торған мәктәптәрҙе ҡарап ҡыуандыҡ. Рәйес Түләк 1-се Этҡол, Сыңғыҙ мәктәптәрендә уҡыған. Шағирҙы бала саҡтан белгән уҡытыусылар уның тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр һөйләне. Элекке уҡытыусы Рәүеф Ғәлләм улы Бикташев: “Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Сыңғыҙҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәп ине, – тип беҙҙе үткәндәргә алып китте. – 300-ләп бала уҡыны. Рәйес итәғәтле булды, кешегә ауыр һүҙ әйтә белмәне. Дәртләнеп радиотехника түңәрәгенә йөрөй торғайны. Бер мәл урыҫса һөйләп ултырған телевизор баш­ҡортса һөйләй башламаһынмы! Баҡһаң, Рәйестәр ҡыландырған икән. Туҡтатығыҙ, мин әйтәм, был — бик яуаплы эш. Бәләһенән баш-аяҡ тип түңәрәкте ябып ҡуйҙыҡ”.
Сыңғыҙ мәктәбендә дандары Башҡорт­останға ғына түгел, донъяға таралған Хөсәйен Әхмәтов, Рәшиҙә Туйсина, Әнүәр Әсфән­диә­ров, Нәбиулла Мөстәҡимов кеүек күренекле шәхестәр уҡыған. Бөгөн уны башланғыс мәктәп итеп ҡалдырыу тураһында “шыш-быш” йөрөй икән. Шуны ишетеп, беҙҙең дә кәйеф ҡырылды. Ниндәй заманда йәшәйбеҙ?! Берәүҙәр миллиондарҙы сүп урынына ла күрмәгәндә, мәктәптәрҙә “оптимизация” тип, “яптымизация”ға әйләндереп барабыҙ. Ә бит ниндәйен ҡот осҡос һуғыш осоронда ла улар эшләгән!..
Бына – Буранбай. Рәйес Түләктең тәпәй эҙҙәрен һаҡлаған ауыл урамдары, уйнап үҫ­кән Гәүһәркәй тауы, һыуында ҡойонған Һаҡ­мар йылғаһы... Иң башта шағирҙың ҡәбе­ренә барып, зыярат ҡылдыҡ. Өфө ҡалаһында уны юҡһынып йәшәгән дуҫ-иштәренең сәлә­мен еткерҙек. Ҡәбер ташынан ҡарап, йылмайып тыңланы шағир. Уның күҙҙәренә тек­лә­гәндә, йөрәкте үкенесле тойғо телде: “Кеше ҡәберен генә түгел, иҫән сағында ҡәҙерен белһәк ине!..”
Зыярат ҡапҡаһынан сыҡҡанда, шуға иғти­бар иттем: тышта бер ҡәбер бар. Әхмәр Үтәбайҙың “Тыштағы зыярат” исемле романы ҡылт итеп иҫкә төштө. Үҙенә ҡул һалған берәүҙе ауыл муллаһы зыяратҡа ерләтмәгән икән. Романдағы ваҡиғалар күҙ алдынан үткәндәй булды. Ҡот осҡос! Тән семерләп китә! Эй, донъя!.. Кемдәр генә юҡ һиндә! Ҡәберҙәрен гөл-сәскәләр күмгәндәр ҙә, ҡәбе­ренә әҙәм аяғы баҫмағандар ҙа, ҡәбер­һеҙҙәр ҙә... Шөкөр, изге эштәре менән кешеләр йөрәгендә мәңгелек төйәген табыусылар күберәк донъяла. Шуларҙың береһе – Рәйес Түләк!
Шағирҙың хәтер кисәһе клубта дауам итте. Рәйес Түләк үҙе башлап ебәрҙе: таҫмаға яҙылған “Аҡ фонтан” шиғырын үҙе уҡыуында тын да алмай тыңланыҡ. “Гәүһәркәй” фольклор ансамбле инәйҙәре шағирға арнап сығар­ған бәйетте йырлап ишеттерҙе. Уҡыусылар шиғырҙарын һөйләне. Рәйестең бер туған Рәйсә апаһы уның бала сағын иҫләне:
– Бәхетле булдыҡ, – тине ул. – Атайыбыҙ ауыр яралы көйөнсә колхозда мал ҡараны. Һыҙланһа ла, һыр бирмәне. Әле лә уның тауышы ишетелгәндәй:
Алла, билем, Алла, түшем,
Алла, ҡабырғаларым!
Бригадирҙар эшкә ҡыуа,
Ҡайҙа сабаталарым? –
тип һамаҡлап эшкә китә торғайны. Атай-әсәйебеҙ йыр-моң яратты. Рәйескә гармун һатып алып бирҙеләр. Ҡустым баянда, ҡурай­ҙа, мандолинала уйнарға өйрәнде.
– Рәйес төндәрен ижад итә торғайны, – тип йәш аралаш хәтерләүҙәргә бирелде уның ҡатыны Флүрә апай. – Иртән тороп эшкә китә. Күптәр уны аңламаны. Өҙөлөп көткәйне “Мең дә икенсе кис” китабын, үҙе тотоп ҡарай алманы.
Кисәлә тулҡынланып һәм һоҡланып ултырҙыҡ: Түләк рухы йәшәй Баймаҡ ерендә! “Еҙ үксә” ансамбленең үксәләренән осҡон сәсеп бейеүе, малайҙар башҡарыуында “Һыбайлылар йыры” йөрәктәрҙе елкендерҙе. Ошондай рухлы йәштәр тәрбиәләүгә күп көс һалған Баймаҡ районы хакимиәте етәкселеге­нә, сараны ойошторған Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшинаға күңелебеҙҙән мең-мең рәхмәт уҡыныҡ.
Хушлашҡанда Луиза апай былай тигәйне: “Беҙ бөгөн Рәйес Түләк усағы янына йы­йылдыҡ”. Эйе, беҙ шағир усағынан йөрәк­тәребеҙгә осҡон алып таралдыҡ.


Вернуться назад