Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?10.12.2014
Ишембай ҡала суды 31 йәшлек водителде хөкөм иткән. Былтыр июндә ул юл фажиғәһенә осрай.
Тикшереү ваҡытында асыҡланыуынса, водитель, тәбиғәткә ялға сығып байрам иткәндән һуң, иҫерек килеш рулгә ултырған. Машинаһына идара итә алмайынса, юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан. Һәләкәттә 31 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Суд ирҙе 2,5 йылға иркенән һәм өс йылға транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм иткән.