Ҡанунды үтәү шарт10.12.2014
Баймаҡ районы прокуратураһы тарафынан транспорт хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшереү барышында пассажирҙарҙы законһыҙ ташыу осраҡтары асыҡлана.

Ике ир, шәхси эшҡыуар сифатында теркәл­мәйенсә һәм ошондай эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеүгә лицензия алмайынса, “ГАЗель” микроавтобустарында Баймаҡтан Аҡморон һәм Урғаҙа ауылдарына кеше ташыуҙы ойоштора. Уларға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла, 94 мең һум штраф һалына.


Вернуться назад