Урманды талағандар10.12.2014
Учалы прокуратураһы рөхсәтһеҙ күпләп ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнгән өс кешегә ҡарата асылған енәйәт эшен судҡа ебәргән.
Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Учалы урмансылығындағы инженер үҙенең ике танышын йәлеп итеп, енәйәти төркөм төҙөй. Енәйәтселәр ике йыл дауамында ауылдаштарының паспорт күсермәләрен алып, уларҙың исеменән торлаҡ төҙөүгә 150 кубометр ағас биреүҙе һорап ғариза яҙа. Ошо документтар нигеҙендә һатып алыу-һатыу килешеүҙәре төҙөлә. Был договорҙарҙы улар ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға тәҡдим итә. Тегеләре контракт өсөн 490 мең һум аҡса һәм ВАЗ-2114 автомобиле менән түләй.
Законһыҙ ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә урман фондына 3,8 миллион һумлыҡ зыян килтерелә. Асыҡланыуынса, төркөм ағзаларының береһе, ҡарағай һәм ҡайын ағастарын ҡырҡып, туғыҙ миллион һумға һатҡан.