Имтихан хаҡы – 57 мең һум...10.12.2014
Өфөнөң Совет район суды Башҡорт дәүләт аграр университетындағы 30 йәшлек уҡытыусыны ришүәт алыуҙа һәм эш ҡағыҙҙарына ялған мәғлүмәт индереүҙә ғәйепләй.
Тәфтиш мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл апрелдә 26 студент “Компьютер графикаһы” фәне буйынса имтиханды уңышлы тапшырыр өсөн аралашсы аша уға 57 мең һум түләй. Уҡытыусы аҡсаны алыу менән тәртип һаҡсыларының ҡулына эләгә. Ул өс зачет кенәгәһенә билдә ҡуйып өлгөргән була.
Суд уҡыу йорто хеҙмәткәренән 100 мең һум штраф түләтеү, шулай уҡ ике йыл дауамында уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү хаҡында ҡарар сығарған.
Ришүәт биреү яҡшыға илтмәй
Тәтешле суды Яңауыл районынан 42 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарған. Ул ришүәт бирергә маташыуҙа ғәйепләнә.
Былтыр декабрҙә юл-патруль хеҙмәткәрҙәре “Лада Гранта” автомобилен туҡтата. Рулдә ултырған кешенең иҫерек икәнлеге асыҡлана. Эштән бушатылыуынан ҡурҡып, водитель автоинспекторға 50 мең һум аҡса тәҡдим итә. Аҡсаны тапшырған саҡта ҡулға алына. Суд уға 1,5 миллион һум күләмендә штраф һала.