Хәлде үҙгәртеүгә ынтылыш10.12.2014
Күптән түгел Йошкар-Олала ил Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә округта инвестиция шарттарын яҡшыртыу, административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү комиссияһының ултырышы булды.

Михаил Бабич, кәңәшмәне асып, ике төп институт – Стратегик башланғыстар агент­лығы менән Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил араһындағы хеҙмәт­тәш- ­лектең, инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса эштең әһәмиәтен билдәләне. Округ­та эш шарттарын яйға һалыу йәһәтенән саралар күрелә, атап әйткәндә, федераль кимәлдә эшләнгән һәм төҙө­лөшкә рөхсәт алыу алымын ябайлаш­тырыуға, энергетика инфраструктураһына эйә булыу, сит ил баҙарына инеү, конкурентлыҡты арттырыу мөмкинлеген киңәйтеүгә йүнәлтелгән 11 “юл картаһы” ғәмәлгә индерелә.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов әйтеүенсә, Волга буйы федераль округында етәкселек яғынан ысын хуплау, хәлде үҙгәртеү, эшҡыуар­лыҡҡа ярҙам күрһәтеү, иҡтисадты үҫтереү теләге асыҡ күренә. Уның Координация советын ойоштороу тәҡдиме лә бизнесты уңышлы үҫтереү йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Борис Титов сығышында эшҡыуарҙарҙы борсоған проблемаларға, вәкилдәр институты тәҡдим иткән ҡайһы бер яңылыҡтарға туҡталды. Ошондай тәҡдимдәрҙең береһе эш менән үҙен үҙе тәьмин итеүселәр институтын булдырыуға ҡағыла. Үҙ кәсебен асырға теләгән кеше шәхси эшҡыуар сифатында теркәлеү урынына эшмәкәрлеккә патент ала. Бөгөн федераль закон статусын алған был башланғысты Волга буйы федераль округы тәҡдим иткәйне. Ул округта инвестиция шарттарын яҡшыртыу, адми­­нистра­­тив ҡаршылыҡтарҙы кәметеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү комиссияһының әүәлге ултырышында ла тикшерелде.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Андрей Никитин биргән баһаға ҡарағанда, Стандартты ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә илдең ун алты төбәгендә быйыл II кварталда инвес­тициялар йәлеп итеү буйынса ыңғай алға китеш күҙәтелә. Ошондай төбәктәрҙең алтыһы – Волга буйы федераль округында. Улар – Башҡортостан, Мари Иле, Татарстан, Удмурт республикалары, Түбәнге Новгород һәм Ульяновск өлкәләре. Андрей Никитин әйтеүенсә, төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, округ әүҙем үҫеүен, инвес­торҙар йәлеп итеүен һәм яңы эш урындары булдырыуын дауам итә.
Стратегик башланғыстар агентлығы бизнесты алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында субъекттарҙа ҡулланылған алымдарҙы дөрөҫ баһалау өсөн Төбәктәр­ҙәге инвестиция ҡеүәһенең милли рейтингын төҙөй. Уның башланғыс вариантына Волга буйы федераль округынан өс субъект – Татарстан, Һамар һәм Ульяновск өлкәләре – индерелде. Төбәктәрҙең өсөһө лә лайыҡлы урындарҙы яуланы. Андрей Никитин муниципалитеттарҙағы түбән эш сифатының инвестиция шарттарын яҡ­шыр­тыуға ҡамасаулауын да билдәләне. Агентлыҡ етәксеһе округта яйға һалынған ғәмәли эште ыңғай баһаланы.
Быйыл Башҡортостан, Татарстан, Пермь крайы, Ульяновск өлкәһе кеүек ҡайһы бер әүҙем төбәктәрҙә муниципалитеттар эшмәкәрлегенә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу талабы ҡуйылды. Һөҙөмтәлә муниципаль кимәлдә биләмәләрҙе үҫтереүгә, йүнселлеккә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Муниципаль практикалар атласы” сығарылды.
Ултырышта Михаил Бабич йыйылған халыҡты Волга буйы федераль округын­дағы яңы инвестиция вәкиле Алһыу Ғәйнетдинова менән таныштырҙы. Был вазифаға ул ил Президентының Указы менән тәғәйенләнде.




Вернуться назад