Бөгөн — Бөтөн донъя кеше хоҡуҡтары көнө. Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы 360 телгә тәржемә ителгән. Һәр кемдең нимәгә хоҡуғы барлығы был документтың 30-сы статьяһында асыҡ яҙылған. Әгәр хоҡуғыбыҙ боҙола икән, хатта Европа судына ялыу менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар.
Гәзит уҡыусыларға “Был көнгә ҡарашығыҙ нисек?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.Айһылыу УСМАНОВА-ЗЕКРИНА, юрист:
— Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң ҡабул ителгән. Әлбиттә, был көндө билдәләргә кәрәк. Эшемдә лә һәр кемгә хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә тырышам. Үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлауҙы үтенеп күптәр мөрәжәғәт итә.
Батыр ЗӘЙТҮНОВ, эшҡыуар:
— Конституция һәм закондар кешенең ирке, уның нимәгә хоҡуҡлы булыуын гарантиялаһа ла, ысынбарлыҡта был бөтөнләй тормошҡа ашырылмай, тиерлек. Ябай кешенең гражданлыҡ хоҡуҡтары боҙолоуына, уларҙың судта ла хаҡлыҡ даулай алмауына күнгәнбеҙ инде. Мәҫәлән, хәҙер танышлыҡһыҙ хатта эшкә урынлашыуы ауыр. Пенсия реформаһын үткәрҙеләр. Әммә әлеге йәштәрҙең ниндәй пенсия алыры билдәһеҙ.
Сәлимә НАСИРОВА, тәрбиәсе:
— Кеше үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта хоҡуҡтарыбыҙҙы һанға һуҡмайҙар, ҡыҫалар, һәм беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Шуныһы ҡыҙғаныс...
Зөлфирә ЙОМАҒУЖИНА, хужабикә:
— Көнө көн инде ул, ә үҙ хоҡуҡтарыңды белеү һәм яҡлау кәрәк. Ә был юҫыҡта бушлыҡ бар әле.
Әлиә ӘХӘТОВА, уҡыусы:
— Был көндөң барлығы тураһында белмәй инем. Әммә уны билдәләү кәрәктер тип уйлайым. Йәштәр ҙә, ололар ҙа үҙ хоҡуҡтарын белергә тейеш, минеңсә.
Айһылыу НИЗАМОВА
яҙып алды.