Шуныһы ҡыуаныслы: арҙаҡлы шәхестәребеҙ күтәреп алған был акцияға халҡыбыҙҙың зыялылары, үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙары ихлас ҡушылды. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән биш ағинәйгә ауылдаштары – күренекле шағир Ҡадир Әлибаевтың ҡыҙы, “Башбланкиздат” ойошмаһының генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып, бүләк итте. — Яңы йыл алдынан һәр кем ниндәйҙер мөғжизә көтә. Гәзит битендә “Башҡортостан”ды — тыуған төйәккә” исемле проект хаҡында уҡығас, мин дә яҡташ инәйҙәремә Яңы йыл бүләге әҙерләргә булдым. Әйткәндәй, туған-тыумасама йыл һайын башҡорт телендәге гәзит-журнал яҙҙырып торам. Үҙем бер ҡасан да ваҡытлы матбуғатһыҙ ҡалғаным юҡ, хатта эштә лә күпләп алдырабыҙ. Минеңсә, үҙен башҡорт тип таныған һәр кем милләтебеҙ исемен йөрөткән гәзитте алдырырға тейеш. Шағир ҡыҙы булыу ҙа миңә яуаплылыҡ өҫтәй, — ти Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы.
Эшлекле ханым, тырыш етәксе, яғымлы әсәй, халҡым тип янған рухлы сая ҡатын-ҡыҙ Гөлсәсәк Әлибаеваға артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын! Киң далалы Хәйбулланың көләс ҡыҙына “Афарин!” тиергә генә ҡалды.