Һай, Балтас бәһлеүәндәре!10.12.2014
Һай, Балтас бәһлеүәндәре! — Дауай, Алмаз, һыр бирмә!
— Һынатма, Ленар!
Бындай һүҙҙәрҙе йыш ишетә Балтас егеттәре. Үҙҙәре шөғөлләнгән спорт залында ғына түгел, республика, Рәсәй ярыштарына оҙатҡанда ла дуҫтары, ата-әсәһе ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Ленар Шәрәфиевтең тренеры Ирек Камалов менән Алмаз Хәбибуллиндың тренеры Айваз Сәфүтдинов тәрбиәләнеүсе­ләренең ҡулбашына еңелсә ҡағыла: нисауа, һеҙ еңә торған егеттәр!



Ленар Балтастың 1-се мәктәбенең ХI класында уҡый. Милли көрәш менән IV кластан алып шөғөлләнә. Яулаған миҙалдарын килтереүен һорағас, өҫтәл тулды ла ҡуйҙы: йәмғеһе 25 дана! Фотоға төшөрөргә бер нисәһен генә һайлап алдыҡ.
— Иң тәүҙә район спортсылары араһында өсөнсө урынды алғайным, һуңынан республика ярыштарына йөрөй башланым, — ти Ленар. — Көрәшкән һайын көрәшке килә...
Бөгөн Шәрәфиев — спорт мастерлығына кандидат. Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Айҙар ҙа — кандидат, тик гер күтәреү буйынса. Ата-әсәһе Альфред менән Эльмира улдары өсөн шатланып бөтә алмай. Әлбиттә, бер нәмә лә еңел бирелмәй. Әйтеүе генә анһат, ике тапҡыр Башҡор­тостан чемпионы, ике тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ булыуы, етмәһә, Ҡазанда үткән халыҡ-ара ярышта икенсе урынға сығыр өсөн, ай-һай, күпме көс талап ителә.
Икенсе геройыбыҙ Алмаз Хәбибуллин армспортта Рәсәй буйынса бронза миҙалға лайыҡ булған. Бөгөн 2-се мәктәптең ХI класында белем ала.
— Үҙемде сыныҡтырыр, көс күберәк булһын өсөн спорт залына барғайным, шунда уҡ Айваз ағай, ошо спорт төрөн тәҡдим итеп, минең менән ныҡлап шөғөлләнә башланы, — ти ул.
Һай, Балтас бәһлеүәндәре!Алмаз үҙе тураһында аҙ һөйләй, шулай ҙа уның тренеры Айваз Сәфүтдиновтан үҫмерҙең уҙған йыл Башҡортостан чемпионы булғанлығын, унан алда Өфөлә — көмөш миҙал, 2013 йылда Рәсәй чемпионатында бронза яулауын белдек. Бөгөн Алмаз тағы ярышҡа әҙерләнә. Был юлы үҫмерҙәр араһында ғына түгел, ә йәштәр менән көс һынашасаҡ. Әйткәндәй, әлегә тиклем ярыштарға барған саҡта ла Хәбибуллиндың йәшенә ышанмайыраҡ ҡарағандар: шулай булмай ни, ике метрға яҡын бәһлеүән кәүҙә, көс-дәрт урғылып торған ҡараш — өлгөрөп еткән спортсы бит!


Вернуться назад