Ҡурҡмай, йәшенмәй эшләйһеңме?10.12.2014
Рәсәйҙә хеҙмәткә яраҡлы 88,5 миллион кешенең 49 миллионы ғына эшкә законлы рәүештә урынлашҡан. Башҡортостанда страховка иғәнәләре һәм һалымдар һәр өсөнсө хеҙмәткәр өсөн генә түләнә.
Был күрһәткес буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында етенсе урынды биләй. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙғарылған Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу, законһыҙ мәшғүллекте кәметеү, бюджеттан тыш дәүләт фондтарына иғәнәләр йыйыуҙы арттырыу буйынса координация советы ултырышында Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов ошо һандарҙы билдәләне.
– Башҡортостандағы бюджет дефициты 14 миллиард һум тәшкил иткән осорҙа ошо сәбәпле ҡаҙнаға 10 миллиард һумға аҙыраҡ аҡса йыйыла, — тине ул.
Иҫәпкә алынмаған хеҙмәт хаҡын түләү, законһыҙ хеҙмәт мөнәсәбәттәре илдә көнүҙәк проблема булып ҡала. Ә бит кешеләрҙең килеменә һалым республика ҡаҙнаһының ҙур өлөшөн тәшкил итә. Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Марат Вахитов комиссия ағзаларына ошо турала һөйләне.
Түләнгән эш хаҡы күләмен йәшереү, Пенсия фондына күсерелгән страховка иғәнәләрен кәметеп күрһәтеү граждандарҙың хеҙмәт пенсияһын да тулыһынса алыуға хоҡуғын боҙоуға килтерә. Йәшерен эш хаҡы хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлауға ҡамасаулай.
Координация советының эш төркөмө етәксеһе, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, хәлде муниципалитеттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп кенә үҙгәртергә мөмкин, тигән фекерҙә.